Быуалар нығытыласаҡ01.04.2016
Быйыл Башҡортостан гидротехник ҡоролмаларҙы һәм хужаһыҙ быуаларҙы капиталь ремонтлауға федераль бюджеттан 39 924 мең һум аҡса аласаҡ.
Һыу объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса дәүләт программаларын берлектә финанслау «2012 – 2020 йылдарҙа Рәсәйҙең һыу хужалығы комплексын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ағымдағы йылда субсидияларҙың дөйөм күләме 5081,3 миллион һум тәшкил иткән. Гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлауға илдең 46 төбәгенә 1418,1 миллион һум күләмендәге аҡса бүленә.
Бынан тыш, ҡайһы бер төбәктәргә капиталь төҙөлөш объекттарын һыуҙың кире тәьҫиренән һаҡлауға һәм уларҙы тергеҙеүгә, шулай уҡ һыу объекттарын экологик реабилитациялауға субсидиялар ҡаралған. Ҡабул ителгән ҡарарҙар һыу ҡоролмаларына ҡағылышлы ремонт һәм иҫкәртеү эштәрен тейешенсә тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.