Кемдәрҙе һыу баҫыр?01.04.2016
Кемдәрҙе һыу баҫыр? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов төбәктә ташҡын мәлендә һыу эсендә ҡалыу ихтималлығы ҙур булған урындарҙың исемлеген иғлан итте.

– Өфөнөң Дим районындағы Новгород, Йәштәр урамдарына, Инорс биҫтәһендәге коллектив баҡсаларға, Максимовка ҡасабаһына, Калинин районындағы Фурманов урамына, Шакша биҫтәһенә хәүеф янай. Киров районында — Кооператив ялан, Кузнецов затоны, Ленин районында Нижегородка, Затон биҫтәләре һыу эсендә ҡалыуы ихтимал. Баш ҡаланың Орджоникидзе, Октябрь һәм Совет райондарында урынлашҡан хужалыҡ объекттарын да һыу баҫыуы мөмкин. Бынан тыш, Бөрө һәм Стәрлетамаҡта Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғаларының һөҙәк ярлы урындарында һыу күп булмаҡсы, — тип белдерҙе Марат Латипов.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, 200-ҙән ашыу тораҡ пунктҡа һыу аҫтында ҡалыу янай. Ташҡындың иң шашҡан мәле 8-10 апрелгә тура киләсәк.
Марат Латипов быйыл республикала ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү буйынса эштең алдан ойошторолоуын билдәләне. 22 мартта техниканың әҙерлеге тикшерелгән. Етәкселек төбәктең ташҡынға әҙерлеген ярайһы уҡ юғары кимәлдә тип баһалай.
Почта хеҙмәткәрҙәре лә ташҡынға әҙер. Һыу транспорты һәм йөрөүе ҡыйынлашҡан урындарға үтеү өсөн махсус автомобилдәр хәстәрләнгән. Яҙғы һынау хат, социаль түләү һәм посылкаларҙы адресатҡа ваҡытында еткереүгә ҡамасаулай алмаясаҡ.



Вернуться назад