Күптән түгел Эске эштәр министрлығының Ишембай районындағы дежур бүлегенә Һайран ауылынан 64 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән дә үҙ ирке менән спорт винтовкаһының патрондарын тапшырыу теләген белдергән.Асыҡланыуынса, элекке уҡытыусы боеприпасты үҙендә 1993 йылдан бирле һаҡлаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙан калибры 5,6 миллиметрлыҡ 930 патрон ҡабул иткән. Тапшырыусыға 18 мең һумға яҡын аҡса түләнәсәк. Бынан тыш, ул енәйәт яуаплылығынан да бушатыла.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.