Дарыуға хаҡ артмай01.04.2016
1 апрелдән республикала мөһим дарыуҙар менән һатыу итеүселәр уларҙы билдәләнгән өҫтәмәнән ҡиммәтерәк хаҡҡа оҙата алмай.

Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүселәр бик күп. Шуға күрә йәшәүҙе тәьмин итеүсе мөһим дарыуҙар исемлегендәге препараттар, сауҙа селтәренә ҡасан индерелеүенә ҡарамаҫтан, тәғәйен өҫтәмәне лә иҫәпкә алып билдәләнгән хаҡҡа ғына һатылырға тейеш. Хаҡҡа өҫтәмәләр күләме дәүләт комитеты тарафынан быйыл 15 февралдә билдәләнгәйне.
Бөгөндән мөһим дарыуҙарҙы һатыу хаҡына күмәртә һәм берәмләп һатыу өҫтәмәләренең күләме лә үҙгәрә. Етештереүсенең һатыу хаҡы 50 һумға тиклем булған дарыуҙарға күмәртә өҫтәмәһе – иң күбе 17, берәмләп һатыу өҫтәмәһе 35 процент тәшкил итәсәк, 50 һумдан 500 һумға тиклемгеләргә – 13 һәм 30 процент, 500 һумдан ҡиммәтерәк препараттарға – 9 һәм 17 процент.
Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған исемлеккә индерелгән, составында наркотик, психотроп матдәләр булған дарыуҙарға өҫтәмәләрҙең иң сикке күләме (хаҡ төркөмөнә ҡарамаҫтан) 30 һәм 50 процент буласаҡ.


Вернуться назад