Һөнәренә мөкиббән бирелгән, унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаған Сәғирә Нурулла ҡыҙы бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған.
Ул Малаяҙ урта мәктәбен, Мәсәғүт педагогия училищеһын уңышлы тамамлаған. Хеҙмәт юлын Сәғирә Болдырева Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Унан инде үҙ теләге менән тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Малаяҙҙың 2-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе, өлкән тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Яҙмыш юлдары Сәғирәне Ростов өлкәһенең Волгодонск ҡалаһына илтә. Унда ул 18 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Мәғариф хеҙмәткәре булараҡ, ҡаланың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша; балалар баҡсаһының комсомол секретары йөгөн тарта, ҡалала үткәрелгән төрлө сараларҙы, конкурстарҙы ойоштора. Тырыш хеҙмәте өсөн Мәскәү, Волгоград ҡалаларына барыу өсөн йәштәр путевкаһы менән бүләкләнә, бихисап Почет грамоталарына лайыҡ була.
2000 йылда Сәғирә Нурулла ҡыҙы Малаяҙға ҡайта һәм 2-се балалар баҡсаһында эшен дауам итә, өлгөлө тәрбиәсе абруй ҡаҙана.
Бер нисә йыл инде ул “Дуҫлыҡ” социаль-реабилитация бүлегендә тәрбиәсе булып эшләй. Бында ла иғтибарлы, ихтирамлы, изге күңелле һәм шул уҡ ваҡытта ғәҙел, талапсан был апайҙы балалар тәүге көндән үк үҙ итә. Яратҡан тәрбиәселәренә оҡшарға, һәр ерҙә уға ярҙам итергә тырышып торалар, эс серҙәре менән бүлешәләр. Тәжрибәле һөнәр эйәһе бында ла үҙ кеше. Уҡытыусы үҙе биргән фәнде яҡшы белһә, тәрбиәсегә иһә бөтә фәнде лә белергә, уҡыусыларға дәрестән һуң ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булырға кәрәк.
Һәр балала буласаҡ шәхесте күрә белеү — Сәғирә апайҙың тормош девизы.
Ирина НУРИЕВА.
Салауат районы.