Ҡыҙыу элемтә ойошторола01.04.2016
6 апрелдә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте комитеты “Индиго” ҡала психология-медицина социаль ярҙам үҙәге менән берлектә “Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу-2016” темаһына ҡыҙыу элемтә ойоштора.

Хеҙмәткә саҡырылыусылар, уларҙың туғандары һәм ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынған башҡа граждандар көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем (347) 223-22-11 телефоны аша кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Һорауҙарға Башҡортостан Хәрби комиссариаты белгестәре – граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Валентин Полозков, хәрби-врач комиссияһы рәйесе Борис Усатов, шулай уҡ “Индиго” үҙәгенең уҡытыусы-психологы яуап бирә.


Вернуться назад