Диктант яҙырға теләһәң…01.04.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Тоталь диктант-2016” ла ҡатнашасаҡ. Сара 16 апрелдә көндөҙгө сәғәт 2-лә уҙғарыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто (Зәки Вәлиди урамы, 40, Бәләкәй зал) – Өфөлә диктант яҙыласаҡ майҙансыҡтарҙың береһе. Сарала республика парламенты депутаттары ла ҡатнашырға ниәтләй.

Баш ҡалала 12-гә яҡын майҙансыҡ ойоштороласаҡ – нигеҙҙә юғары уҡыу йорттарында. Әлеге диктант – иҫәп буйынса бишенсеһе. Тоталь диктанттың авторы – балалар яҙыусыһы Андрей Усачев.
– Халҡыбыҙҙың белем кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән ҡыҙыҡлы акция уҙғарыла, – тине Константин Толкачев. – Минеңсә, белемеңде тикшереү һәр кемгә ҡыҙыҡлы булыр. Уның ярыш рәүешендә уҙғарылыуы айырыуса мауыҡтырғыс. Ваҡыт үтеү менән онотола төшкән урыҫ теленең ҡатмарлы һәм күп һанлы ҡағиҙәләре диктантты яҙғанда иҫкә төшәсәк. Акцияла мин дә ҡатнашырға ниәтләйем. Эшмәкәрлеккә бәйле Өфөнән ситтә булһам да, онлайн диктантҡа мотлаҡ ҡушылырмын. Коллегаларымды ла, республикабыҙҙың барлыҡ халҡын да диктант яҙырға саҡырам.
Ваҡыт айырмалығына бәйле уҡыласаҡ текст өс өлөштән тора. Тәүгеһен – Алыҫ Көнсығыш, Көнсығыш Себер һәм сит илдәр, икенсеһен – Урал һәм Көнбайыш Себер, өсөнсөһөн иһә Рәсәйҙең Европа өлөшө, Америка һәм Европа халҡы яҙасаҡ. Тоталь диктантты, сараның рәсми сайтына инеп, онлайн режимында яҙырға мөмкин. Акцияла ҡатнашыусыларҙы теркәү 6 апрелдә totaldict.ru сайтында башлана. Бының өсөн ҡалағыҙҙың сәхифәһенә инеп, ҡулай майҙансыҡты һайларға, “Теркәлергә” тигән төймәгә баҫырға һәм әйтелгән кәңәштәрҙе үтәргә кәрәк. Диктантты яҙыу түләүһеҙ.


Вернуться назад