Көлкө көнөн кем уйлап сығарған?01.04.2016
Беренсе иҫәрҙәр көнө хаҡында 1539 йылдағы манускриптта (ҡулдан яҙылған журнал) иҫкә алына. Алда нимә булған — уныһы ҡараңғы, ә төрлө юрауҙар быуа быуырлыҡ. Уларҙың береһе лә фәнни-тарихи түгел, күптәре — бары апрель шаяртыуы...

Иҫәрҙәр көнө хаҡында шулай әйтелә: ХVI быуатта Франция короле был көндө 1 ғинуарға күсерә. Һаман да уны элеккесә яҙын байрам иткән­дәрҙән “апрель иҫәрҙәре” тип көлә.
Рәсәйҙә иһә Иван-иҫәрҙе уйлап сы­ға­рып, бөтә донъяны көлдөрәләр. Бер ҡатлы, һай аҡыллы булып күренһә лә, үҙ эштәрен бик оҫта алып бара ул егет.
Францияла апрель башында балыҡ тотоу иҫ киткес уңышлы башҡарыла, шуға ла ундағы халыҡ иҫәрҙәр көнөн Рoisson april (апрель балығы) тип үткәрә икән. Әммә француздарҙың был сараһын Голландия халҡы үҙһенмәй, сөнки уларҙың үҙ-ара алышы 1572 йылдың 1 апрелендә булған.
Бостон университеты профессоры Джозеф Боскин иҫәпләүенсә, Иҫәрҙәр көнөн Рим халҡы уйлап сығарған. Ә инде Рим дәүләтенә император Константин идара иткәндә, халыҡ бер генә көн булһа ла тәхеттә башҡа кеше ултырып алһын тип теләк белдерә. Константин бары бер сәғәткә мәҙәксе Кутель исемле әҙәмде император итергә ризалыҡ бирә. Ул апрель айының тәүге көнө була. Шунан һуң 1 апрель иҫәрҙәр һәм шаярыу көнө тип йөрөтөлә башлай.
Немецтарҙың да иҫәрҙәр көнөнә дәғүәләре бар. 1530 йылдың 1 ап­релендә Аугсбург ҡалаһында закон сығарыусыларҙың конгресы үтергә тейеш була. Тик һуңынан саранан баш тарталар. Был хәлде белмәгән юрис­тар, Аугсбургка сәйәхәт өсөн бик күп аҡса түләп, саҡырылған ҡалаға килә. Бөтә ҡала халҡын көлдөрәләр. Бер яҡтан ҡарағанда, хоҡуҡ белгестәре өсөн әллә ни ҡайғырырға ярамай — улар үҙҙәре лә күпме кешене, нигеҙһеҙ закондары менән ғәйепләп, иҫәрҙәр хәлендә ҡалдыра.
Инглиздәрҙең дәғүәһе лә ҡыҙыҡлы. Бер саҡ уларҙың короле ил буйлап сәйәхәт иткәндә Готэм тигән ҡаланы ҡарарға була. Унда йәшәүселәр, был ҡаланың бөтә урамдары ла беҙҙеке, беҙҙең милек, тип королде ҡалаға индермәй. Был хәлде күреп шашынған король уларҙың иманын уҡытырға ғәскәр ебәрә. Һалдаттар ҡалаға кереүгә ундағы бөтә кешеләр ҙә үҙҙәрен илергән, бер нәмәгә иҫе китмәгән йән эйәләре кеүек тота. Был хәлде королгә лә, “ундағы халыҡ аҡылдан яҙған”, тип аңлатҡандар. Король уларҙы хөкөм итмәҫкә бойорған, хатта ҡалаға ғәскәрен индермәгән. Бына шулай уны хәйлә менән “тишек кәмәгә ултыртып”, бороп ебәргәндәр. Был хәл Иҫәрҙәр көнөндә — 1 апрелдә — булған, әлбиттә.
Башҡорт халыҡ ижадында ла апрелгә, бигерәк тә 1 апрелгә ҡарата әйтелгән һүҙҙәрҙе ишеткән бар. Мә­ҫәлән, “апрель тыумай — алда­шырға дәрт булмай” йәки “апрель килеп етте, әллә кемдәр, әллә ендәр бөйөргә килеп төрттө”, йә булмаһа “апрелдең беренсе көнөндә алдашырға тейеш һәр кем дә” һәм башҡалар.
Йыйып әйткәндә, шаяндар көнөн уйлап сығарғандар аҡыллы һәм маһир булған, сөнки кешелек донъяһы йылмаймай-көлмәй, шаярмай, күңел асмай, байрамдар яһамай йәшәмәгән һәм йәшәмәйәсәк! Донъя тыныс булһын, кешеләрҙең йөҙө бер-береһенә ҡояш кеүек көлөп торһон.




Вернуться назад