Хәтирә01.04.2016
Мәсет алды.
Йәм-йәшел үләнгә
Аҫалы балаҫтар йәйелгән.
Бер моң булып, аҙан тауыштары
Ауыл өҫтәрендә бәүелә.
Ихата аша ғына,
Тын да алмай
Күҙәтәбеҙ намаҙ барышын.
Серле донъя мәсет алдарында,
Балаҫтарҙа – йәйғор балҡышы.
Бала саҡтың ошо хәтирәһе
Йөрәгемә, ахыры, уйылған.
Ярты быуат үткән,
Ә был байрам
Хәтеремдә һаман, иҫемдә.
Ауылымдың иң бейек ерендә
Яңы мәсет саҡыра үҙенә.
Асылына ҡайта барса халыҡ,
Иманына ҡайта, диненә.
Аҙан тауыштары
Яңғырап тора
Ауыл өҫтәрендә көн һайын.
Күңелдәргә инһен иман нуры,
Ташламаһын беҙҙе Хоҙайым.