Ҡарашыңдан нур алһындар01.04.2016
“Күҙ тейеү хаҡ”, – тигән бер хәҙисендә пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бындай зыяндың ғүмерҙе ҡыйыуы ихтималлығы хаҡында ла белдергән ул.
Ҡаты күҙҙең кире тәьҫире әҙәм балаһына ла, малға ла тейеүсән. Шуға күрә ниндәйҙер гүзәллекте, хайран ҡалмалы сафлыҡты күргән ваҡытта “сөбхәналлаһ” тип әйтергә кәрәк. Был һүҙ “Аллаһ Тәғәләнең матур бер заты”, “Раббыбыҙ тарафынан яратылған гүзәллек” тигән төшөнсәне бирә. Ә инде күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн “Ҡәләм” сүрәһенең 51-се һәм 52-се аяттарын уҡырға кәрәк, тип өйрәткән Пәйғәмбәребеҙ.
“Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә, ҡылығынан да һис кем зыян күрергә тейеш түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ошо һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, бер-беребеҙгә йөҙ йыйырып, көнләшеп ҡарамайынса, изге теләк, хөрмәт менән бағыу тормошобоҙҙо тағы ла нурландырып ебәрер.