Ишегең асыҡмы?01.04.2016
Мосолмандағы төп сифаттарҙың береһе – ҡунаҡсыллыҡ. Йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы ул. “Ҡунағына хөрмәт күрһәткән мөьмин Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, ҡиәмәт көнөнә инаныуын раҫлай”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Исламда был ғәмәлдең айырым ҡанун-ҡағиҙәләре бар. Пәйғәмбәребеҙ билдәләгәнсә, мосолман ҡунағына өс көн дауамында хөрмәт күрһәтергә тейеш. Унан артып киткәне иһә – саҙаҡа, йәғни мөьминдең изгелеге.
Әгәр ҙә кемдер ҡунаҡ саҡырырға ҡыйынһынһа йәки килгән кешегә ишек асмаһа, был яман тип һанала. Исламда өйрәтелгәнсә, ике кешегә тәғәйенләнгән ризыҡ – дүртәүгә, дүртәүҙеке һигеҙгә етә. Шуның өсөн дә көтмәгәндә ҡунаҡ килеү ихтималлығынан ҡурҡырға кәрәкмәй. Ишектәрҙең дә, күңелдең дә асыҡ булыуы зарур.
Ата-бабабыҙ ҡунаҡсыллыҡтың күркәм өлгөһөн күрһәтеп йәшәгән. Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт тип һанағандар уны.