Маҡсат ҡуйып йәшә07.03.2012
Маҡсат ҡуйып йәшәКүптәребеҙҙең бала саҡтағы хыялдары ваҡыт томандары артында йәшеренеп юғала, тормош һуҡмаҡтары беҙҙе һис уйламаған тарафтарға алып китә, ниәттәребеҙ үҙгәрә. Ә бына кескәйҙән үк врач булыу хыялы менән янған Йәмиләнең уй-ниәттәре тормошҡа ашты. Үҙе кеүек кескәй әхирәттәре менән төрлө һөнәр эйәләре булып уйнағанда ул гел мәрхәмәтле шәфҡәт туташына әүерелде.
Әле лә хәтерендә: ихаталарындағы ҡош-ҡортто, өйҙәрендәге мыяубикәне “дауалап”, йорт аптечкаһында йод, бинт кеүек медицина кәрәк-яраҡтары ҡалмай ине... Врач һөнәренә бала сағынан уҡ уянған хыялы Йәмилә Мәхийән ҡыҙын Бөрө медицина училищеһына алып килә.
Йылайыр районында тыуып үҫкән ҡыҙ һынатмай: уҡыу йортон гел яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Үҙенең хеҙмәт юлын йәш белгес 1984 йылда “Южарланнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының дауаханаһында башлай. Ул осорҙа был дауахана нефтселәрҙе һәм Краснокама районының көньяғындағы ауыл халҡын хеҙмәтләндерә ине.
— Эш башлауымдың тәүге көндәрендә үк шәфҡәт туташы булараҡ беренсе һынау үттем, — тип иҫкә төшөрҙө Йәмилә ханым. — Дауаханаға төндә “Ашығыс ярҙам” менән ауылдарҙың береһенән тулғаҡ тота башлаған утыҙ йәштәр тирәһендәге ҡатынды алып килделәр. Белһәгеҙ икән нисек тулҡынланғанымды! Ҡайһылай эш итергә кәрәклеген яҡшы белһәм дә, тәүҙә ҡаушап төштөм, гинекология буйынса конспектҡа күҙ һалғыланым. Ҡыуанысҡа күрә, бөтәһе лә һәйбәт үтте — ҡатын бына тигән малай тапты! Әсәнең миңә рәхмәт әйтә-әйтә шатлығынан илағаны бөгөн дә күҙ алдымда...
Эйе, артабан бындай һынауҙар күп була, ҡулына яңы ғына шәфҡәт туташы дипломы алған ҡыҙға, икеләнеп тормай, муйындан эшкә сумырға тура килә. Яңы Бура ауылында урынлашҡан ошо дауаханала дүрт йыл эш осоронда Йәмилә тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә, тәжрибә туплай, ихласлығы, мөләйемлеге, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы менән дауаланыусыларҙың ихтирамын яулай, халыҡ араһында абруй ҡаҙана.
Егәрлелеген, үҙ эшенә һәр саҡ намыҫ менән ҡарағанын, ныҡышмаллығын күреп, инде ҙур тәжрибә туплаған белгесте 1995 йылда район үҙәге Николо-Березовка дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Бында эшләгән дәүерҙә Йәмилә Мәхийән ҡыҙының ойоштороу һәләте артабан асыла. Эшенең үтә тынғыһыҙ, мәшәҡәтле булыуына ҡарамаҫтан, ул, белемен үҫтереү маҡсатында Мәскәү педагогия университетына дефектология һөнәре буйынса ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Шуныһын айырып әйтеп үтеү мөһим: тап шәфҡәт туташының һәр кемгә берҙәй талапсанлығы, һәр эште еренә еткереп башҡарыуы һөҙөмтәһендә дауаханала йоғошло сирҙәргә һис ҡасан юл ҡуйылғаны юҡ. Хеҙмәттәштәре Йәмилә Хәнифованы үҙ һөнәре буйынса юғары квалификацияға эйә, тәжрибәле белгес, ысын иптәш булараҡ үҙ күрә. Өлкән шәфҡәт туташы дауаханалағы урта медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри белемен камиллаштырыу өсөн күп көс түгә. Һөҙөмтәләр ҙә һөйөнөслө: дауаханалағы 46 медицина хеҙмәткәре — юғары, ә 47-һе беренсе һөнәр категорияһына эйә. Хеҙмәте менән Йәмилә Хәнифова “Сәләмәтлек” милли проектын бойомға ашырыуға тос өлөш индерә. Дауаханаға уның туранан-тура булышлығында лаборатория ҡорамалдары, электрокардиограф, заманса “Ашығыс ярҙам” машинаһы ҡайтартыла. Бынан тыш, район үҙәк дауаханаһы баш табибының төп ярҙамсыһы булараҡ, Йәмилә Мәхийән ҡыҙы төрлө саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.
— Бар булмышы менән ысын табип, кешеләрҙең оло ихтирамын яулаған шәхес, — ти уның хаҡында район дауаханаһының баш врачы Фидаил Әхмәров.
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте. Үҙ эшенең оҫтаһына халыҡ сәләмәтлеген ҡурсалауҙа намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
— Дауаханабыҙҙан һауығып, күңелдәре нурланып сыҡҡан кешеләрҙең рәхмәте һәр беребеҙҙе ҡанатландырыусы көс, мәрхәмәтлектән ситләшмәйек, — ти Йәмилә Мәхийән ҡыҙы.
Марат МОРАТОВ.
Краснокама районы.


Вернуться назад