Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенә кешеләр үҙҙәрен борсоған төрлө юҫыҡтағы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың байтағы ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәткә ҡағыла. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың компьютер менән артыҡ мауығыуы сәбәпле, был мәсьәләләр көнүҙәк.Компьютерға бәйлелек күберәк 10 – 16 йәшлек балаларҙа күҙәтелә. Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ, сөнки үҫмерҙәрҙең психикаһы әле тотороҡло түгел. Тик статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, хәҙерге мәлдә мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары ла ошо ҡомар йоғонтоһона бирелә. Балаһын компьютер ҡоллоғонан тартып алыу өсөн ата-әсә ниндәй саралар күрергә тейеш?
Тәү сиратта хәлдең айышына төшөнөп, сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Ихтимал, ата-әсә башта балаһының был ҡыҙыҡһыныуында бер ниндәй ҙә насарлыҡ күрмәгән, хәлде контролдә тотмаған һәм компьютер янында үткәрелгән ваҡыт бер нисек тә сикләнмәгән. Был осраҡта шуны аңларға кәрәк: ниндәй генә төр бәйлелек булмаһын (эскелек, наркомания һәм башҡалар), ул бер ваҡытта ла юҡтан барлыҡҡа килмәй. Бәйлелектең нигеҙендә – ҡурҡыу тойғоһо, төрлө комплекс, ауыр кисерештәр. Шуға күрә балаға иғтибарҙы күберәк бүлергә, икәү-ара йылы, ышаныслы мөнәсәбәт булдырырға кәрәк. Бала, проблемаларҙан ҡасып, виртуаль донъяға инеп китмәһен, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап, ата-әсәһенә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмаһын. Ата-әсә – бала өсөн донъялағы иң ныҡлы терәк, ниндәй генә хәл-ваҡиға килеп тыумаһын, балаға ярҙамға килергә әҙер иң яҡын кеше.
Компьютер янында үткәрелгән ваҡытты контролдә тотоу – был юҫыҡта уңышҡа тәүге аҙым. Эште үҙ ағышына ҡуйып, бала ҡасан туҡтарға кәрәк, шул мәлде үҙе билдәләп, виртуаль донъянан сығыр әле, тип көтөп ултырыу урынһыҙ. Был мәсьәләлә конфликт тыумаһын өсөн, бала менән ваҡыт тураһында алдан уҡ килешеү төҙөп ҡуйырға кәрәк. Ул һөйләшелгән ваҡыттан артығын ултыра икән, ошо килешеүҙе иҫенә төшөрөргә була.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларға бөтөнләй компьютер ҡулланмау кәңәш ителә, рөхсәт булған хәлдә лә, иң күбе – 15-20 минут. Был осраҡта уйындар уның йәшенә тура килергә тейеш. 10 йәшкә тиклемге бала өсөн норма – 30 минут, 10-16 йәшлек үҫмерҙәргә көнөнә бер сәғәт тә етә. Был бала башҡа буш ваҡытын бер нәмә лә эшләмәйенсә, ҡул ҡаушырып уҙғарырға тейеш тигәнде аңлатмай. Ул өй эштәрен башҡарһын, ата-әсәһенә ярҙам итһен, күңеленә ятҡан башҡа төр шөғөл тапһын.
Замана техникаһына рөхсәтте бала нимәнелер эшләгән өсөн бүләкләү сифатында ҡулланмағыҙ (мәҫәлән, «ошо шиғырҙы ятлаһаң, компьютерҙа уйнарға рөхсәт итәм»). Был компьютерға тартылыуҙы арттыра ғына, психологик бәйлелек барлыҡҡа килә.
Балағыҙҙы көсһөҙлөгө өсөн тәнҡитләргә ашыҡмағыҙ, янау кеүек алымдарҙан да баш тартығыҙ. Былар барыһы ла уны һеҙгә ҡаршы ҡуя, агрессия һәм ҡаршылыҡ тойғоларын уята. Баланы ышаныслы, йылы мөнәсәбәткә көйләгеҙ, уның ҡыҙыҡһыныуҙарын уртаҡлашып, бергә уйнап алырға ла мөмкин. Был осраҡта ул һеҙҙең йөҙөгөҙҙә үҙенә иптәш һәм дуҫ күрәсәк, фекерегеҙгә ҡолаҡ һаласаҡ, уның менән уртаҡ ҡарарға килеп, килешеүе лә еңел буласаҡ. Балаға тыныс ҡына итеп, һеҙҙе уның компьютер менән мауығыуында нимә хәүефкә һала, шул турала аңлатығыҙ.
Компьютер янында үткәрелгән ваҡытты ғына түгел, уйындарҙы ла контролдә тотоу кәрәк. Ҡан ҡойоуға, көс ҡулланыуға бәйлеләре урынына фекерләү ҡеүәһен үҫтергән, хәтерҙе, иғтибарҙы яҡшыртырға ярҙам иткән уйындарҙы һайлағыҙ. Был осраҡта ваҡыт ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы ла үтәсәк.
Баланың тормошонан компьютерҙы бөтөнләй алып ташларға ла кәрәкмәй, сөнки замана технологияларын белеү – көн талабы. Уның ҡыҙыҡһыныуын дөрөҫ юлға йүнәлтергә генә кәрәк. Компьютер графикаһын, программалау нигеҙҙәрен өйрәнеү ҡамасау итмәҫ – былар барыһы ла тормошта кәрәк булыуы ихтимал.
Әгәр ҙә балағыҙҙа компьютерға бәйлелек күрәһегеҙ икән, оҙаҡҡа һуҙмайынса психологка мөрәжәғәт итегеҙ. Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре һеҙгә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.