Яңыса йәшәргә ынтыла01.04.2016
Яңыса йәшәргә ынтыла Уҡытыусы хеҙмәте төплө белем, күп көс, ныҡышмалылыҡ талап иткән һөнәрҙәрҙән һанала, сөнки педагог аң-белем биреп кенә ҡалмай, шәхес тәрбиәләй, йәш быуынды һәр яҡлап үҫтерә. «Булмышың талап иткән һөнәрҙе һайлап, уға оло яуаплылыҡ менән ҡараһаң ғына, хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһе ыңғай була», — ти егерме биш йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Рәйлә Хафизова. Әбйәлил районының Таштимер ауылында абруйлы уҡытыусылар Нәҡиә менән Сөләймән Вилдановтар ғаиләһендә тыуып үҫкән зирәк ҡыҙ үҙен башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына килтерҙеме икән?

Мәктәпте тамамлағас, Рәйсә апаһы уҡып йөрөгән Башҡорт дәүләт педагогия институтының география-биология факультетына уҡырға инә. Бергә уҡығас, апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙы һәйбәт беләм. Икеһе лә яҡшы өлгәште, төрлө түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында, туризм буйынса бәйгеләрҙә, ғилми конферен­цияларҙа ҡатнашты. Профком ағзалары булараҡ, факультетта уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалманылар. Рәйсә факультет һәм институт волейбол коман­даһы составында республика ярыштарында ла көс һынаны. Институтты тамамлағас, һай­лаған һөнәрҙәренә икеһе лә тоғро ҡалды — хәҙер инде улар юғары категориялы уҡытыусылар, Баш­ҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары. Бөгөн Рәйсә Сөләймән ҡыҙы — Өфөлә, ә Рәйлә Сөләймән ҡыҙы Әбйәлил районының Салауат мәктәбендә балаларға география серҙәрен төшөндөрә.
Ҡулына диплом алғандан һуң Рәйлә Хафизова Күмертау ҡала­һының Маяҡ ҡасабаһындағы мәктәптә ун өс йыл география менән биологиянан уҡытҡан, профком ойошмаһын етәкләгән, туризм һәм бейеү түңәрәктәрен алып барған. Күмертауҙа йәшәгән осорон бик йылы хистәр менән хәтерләй. 2001 йылда 24 уҡыу­сыһын ҙур юлға сығарған ул. «Барыһы ла шәп, әүҙем, үҙ-ара дуҫ булды. Ата-әсәләр бар эштә лә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улар яр­ҙамында класс менән музейҙарға, киноға йөрөнөк. Көслө уҡытыу­сылар коллективына талапсан, кешелекле мәктәп директоры Мәҙинә Хәбибҡар ҡыҙы Туҡаева етәкселек итте», — тип һағынып иҫкә ала ул ваҡыттарҙы Рәйлә Сөләймән ҡыҙы. 2001 йылда уҡытыусы ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайтҡан.
Белем биреүҙә яңы йүнә­лештәрҙе уңышлы ҡулланыу өсөн махсус уҡыу әсбаптарының булыуы зарур. Федераль белем биреү стандарттарына ярашлы төҙөлгән яңы дәреслектәр менән эшләү бик ҡыҙыҡлы.
– Стандарттың үҙенсәлеге — балаларҙы һәр ғәмәлдең мәғә­нәһенә төшөнөргә, үҙаллы фе­керләргә, һорауҙарға яуап та­бырға, алған белемде практикала ҡуллана белергә өйрәтеү, – ти уҡытыусы.
Балаларға белем, тәрбиә би­реүҙә урындағы материалдарҙы ҡулланыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә, шуға ла Рәйлә Сөләймән ҡыҙы райондың географияһына ҙур иғтибар бирә. Тыуған яҡты өй­рәнеү программаһын, контур карталарын төҙөгән. «Осҡон», «Әб­йәлил», «Башҡортостан» баҫма­ларында тыуған яҡтың тәби­ғәтенә, экологияһына, арҙаҡлы яҡташтарына, хеҙмәт кешеһенә арналған бихисап мәҡәләһе баҫылып сыҡты.
Рәйлә Сөләймән ҡыҙының дәрестәренә балалар яратып йөрөй. Төрлө методик ысулдар ҡулланып, йыһазландырып, дә­рестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп алып бара бит ул. Уҡыу­сылары йыл һайын географиянан район олимпиадаларында приз­лы урындар яулай. Үткән йыл 11-се класс уҡыусыһы Клара Шәрәфетдинова республика олимпиадаһы призеры булды. Ижади, ғилми-тикшеренеү эштәре менән дә Рәйлә Сөләймән ҡыҙының уҡыусылары муниципаль кимәлдә еңеү яулап, республика конкурстарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Һуңғы йылдарҙа улар Бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында «География» номинацияһында беренсе урынды яуланы, «Тыуған илем Башҡортостан» конкурсында ла еңеүсе булды, балалар туризм үҙәге үткәргән «Бәләкәй илем буйлап» бәйгеһендә лә өсөнсө урынға сыҡты.
Статистика мәғлүмәте буйынса, балалар география фәнен Берҙәм дәүләт имтихандарында йыш һайламай, сөнки был фән башлыса артабанғы тормош юлын география менән бәйләү­селәр өсөн генә кәрәк. Имтихан биреүселәр үҙҙәре лә геогра­фияға мөкиббән ғашиҡ булырға тейеш. Хафизованың уҡыусы­лары тап шундай, һынауҙарҙы уңышлы тапшыра. Гөлнара Ғә­лина — 85, Клара Шәрәфет­динова — 89, Гүзәл Хамматова 100 балл алып, юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөй.
Рәйлә Хафизова район геогра­фия уҡытыусыларының методик берекмәһе эшендә әүҙем ҡат­наша: хеҙмәттәштәре менән тәжрибәһен ихлас уртаҡлаша, яңы уҡыу программалары үҙен­сәлектәрен, уларҙың әһәмиәтле яҡтарын күрһәтеү ниәтендә асыҡ дәрестәр әҙерләй, докладтар менән сығыш яһай, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге ойошторған уҡытыусылар конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар яулай, район, республика бейеү бәйгеләрендә уңыш яулай. Әйткәндәй, Рәйлә Сөләй­мән ҡыҙы — Салауат мәктәбенең өлгөлө «Салауат» бейеү ансамбле етәксеһе лә.
Һайлаған һөнәрең күңелеңә ятһа, эшеңдән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерһәң генә, өлгәшкән һөҙөм­тәләр ыңғай була. Ошоға тағы ла бер мөһим үҙенсәлекте өҫтәү зарур: кеше, үҙе атай йәки әсәй булмай тороп, балаларҙың булмышын тулыһынса аңлап бөт­мәйҙер ул. Был йәһәттән дә бәхетле Рәйлә Хафизова — ғаиләһендә Рәүеф Ғәбдрәшит улы менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Азамат һәм Салауат исемле малайҙары, юғары уҡыу йорто тамамлап, нефть һәм энергетика өлкәһендә эшләп йөрөй, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡан. Ҡыҙҙары Руфина дүртенсе класта уҡый әле. Район, республика конкурстарында ҡатнашып, уңыштары менән ата-әсәһен, ағайҙарын ҡыуандыра.
Тынғыһыҙ педагог һаман эҙләнә, уҡыусыларына белем биреүҙең төрлө юлдарын барлай, ижад ҡомары менән яна. Ул — уҡытыусы, башҡаса булдыра алмай. Хеҙмәтенән һәм тормошонан йәм табып йәшәй Рәйлә Хафизова.

Илдар ИСЛАМОВ,
Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы.





Вернуться назад