“Яҙ менән ҡатын-ҡыҙ бер туған: яҙ ҙа тәбиғәткә йәшәү килтереүсе, ҡатын-ҡыҙ ҙа кешелеккә йәшәү биреүсе”, — тип яҙҙы Әнғәм Атнабаев. Шуғалыр ҙа йылдың иң матур миҙгелендә ҡатын-ҡыҙ үҙ байрамын ҡаршылай. Был сара уңайынан уңған, аҡыллы, тырыш, эшлекле ханымдар, изге күңелле, мәрхәмәтле әсәләр, тоғро һәм иғтибарлы ҡатындар тураһында һөйләү ғәҙәткә ингән.
Дүртөйлө ҡалаһында ғүмер итеүсе, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләүсе Эльнара Зиф ҡыҙы Ғәзизова — шундай гүзәл заттарҙан.
Дүртөйлө районының Иҫке Әлкәш ауылы һылыуы, Исмаил урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 2003 йылда Дүртөйлө ҡалаһының 3-сө гимназияһына эшкә күсә. Бер йылдан нефть һәм газ сығарыу идаралығында оператор булып эшләгән Флүр Ғәзизов менән ҡауышып ғаилә төҙөйҙәр. Йәштәрҙе ҡыуандырып, ике улдары — ете йәшлек Айвар менән ике йәшлек Әлфир — үҫеп килә.
“Һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә: эшме, ғаиләме?” — тигән һорауға:
— Миңә икеһе лә мөһим. Ирем, улдарым өйҙә терәк, эшемдә лә уңыштарға өлгәшергә илһам бирәләр. Яҙмышыма рәхмәтлемен, балаларҙы яратам, күңелемде биреп эшләйем. Ғаиләмдең, уҡыусыларымдың, хеҙмәттәштәремдең йылы ҡарашын тойоп йәшәү — үҙе оло бәхет, — тип ғорур яуап бирҙе ул.
Эльнара Ғәзизованың уңыштары ла юҡ түгел: уҡыусылары башҡорт теленән үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа һәм аҙналыҡтарҙа һөҙөмтәле ҡатнашып ҡыуандыра.
Л. ХАФИЗОВА.
Дүртөйлө районы.