Матур йәшәге килә, әлбиттә...30.03.2016
Матур йәшәге килә, әлбиттә... Оҙайлы ҡыштан һуң бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән яҙҙы, йәйҙе көтә. Ә бына мәктәп йәшендәге балалары булған ата-әсәләр – бер аҙ һағайыбыраҡ та. Тиҙҙән сығарылыш кисәләре үтәсәк бит, уға нисек аҡса еткерергә?..

Йыл да йәмле май-июнь айҙарында халыҡтың төрлө ҡатламы араһындағы социаль тигеҙһеҙлек асыҡ күренә. Мәктәп йыйылыштарында балалары мәктәпте тамамлаясаҡ ата-әсәләр араһында ҡапма-ҡаршы тороу күҙәтелә. Бар мәсьәлә сығарылыш кисәһенә күпме аҡса йыйыуға барып төртөлә. Төртөлмәҫ тә ине, кешеләрҙең матди хәле төрлөсә. Кемдер һис бер ауырлыҡһыҙ бер нисә тиҫтә мең һумын сығарып һалырға әҙер булһа, бәғзеләр өсөн дүрт-биш мең дә – ҙур сумма. Ә был ике төркөмгә уртаҡ фекергә килеүе, ай-һай, еңел түгел.
Әлеге ваҡытта Өфөнөң бер гимназияһында ошоға бәйле низағ көсәйә. Кисә уҙғарыр өсөн зиннәтле урынды ҡуртымға алыу һәм популяр алып барыусыны саҡырыу өсөн 20-шәр мең һум (күпселек ҡала мәктәптәрендә был сумма 10-15 мең тәшкил итә) аҡса йыйырға кәрәк икән. Был ҡарар менән риза булмаусылар, үҙҙәренең матди хәленә ишаралап, бындай ғәмәлде иҡтисади ауырлыҡтар мәлендә туйып һикереүгә тиңләй. Ә ҡыйбатлы байрам яҡлылар, бөгөн бөтә нәмәнең ҡиммәтлегенә һылтанып, “беҙҙең һәр һум иҫәпле, тейешенсә тотонола” тип бара.
Әлбиттә, халыҡ әйтмешләй, матур йәшәүгә ынтылыуҙы тыйып булмай. Балаңдың сығарылыш кисәһен дә иҫендә ҡалырлыҡ итеп ойошторғо килә. Әммә шуныһы аптырата: әлеге хәлле ун беренсе класс уҡыусылары үҙҙәре байрамдарын тыйнаҡ ҡына итеп үткәрергә риза, ти. Тик уларҙы тыңлаусы ғына юҡ. Ата-әсәләре, киреһенсә, затлы, һиммәтле кисә ойоштороуҙы талап итә. Ошонда һорау тыуа: байрам кемдеке һуң – балаларҙыҡымы, әллә уларҙың ата-әсәһенекеме? Хәтерҙә ҡалырлыҡ матур бер иҫтәлекме ул, әллә “текәлегеңде” күрһәтеү әмәлеме?..
Был мәсьәләнең көнүҙәклеге йыл да билдәләнә. Былтыр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ошо йүнәлештә тикшереү ҙә уҙғарғайны. “2014 йылғы сығарылыш кисәһенә иғәнә күләме” тип аталған проектта 5500 кеше ҡатнашҡан. Республика мәктәптәренең яртыһынан күберәгендә ошо маҡсатта аҡса йыйыу биш мең һум тәшкил иткән. Шулай ҙа мәғариф учреждениеларының дүрттән бер өлөшөндә был сумма 15 меңдән артып киткән. Был хәл 14 район-ҡалала күҙәтелгән. “Алдынғылыҡты” Туймазы районы яулаған, унда туғыҙ мәктәптә шул сама йыйғандар.
Шуныһы хәүефле: бындай “текәлек” тиҙ йоғоусан. Хәҙер бит балалар баҡсаһында ла, IV кластан һуң да, IX класты әйтеп тә тораһы түгел, сығарылыш кисәһе уҙғаралар. Һуңғыларында ошо маҡсатта 5-6 мең һум йыйһалар, бәләкәстәр учреждениеһында ла ҡалышмайҙар. Интернетта хатта байрамдар ойоштороусы фирмалар сайтында был хеҙмәт айырым күрһәтелгән. Мәҫәлән, сәхнәне шарҙар менән биҙәү 6 мең һумғаса барып баҫа, аниматор-алып барыусының хаҡы – сәғәтенә 3,5 мең һумдан...
Ҡыҫҡаһы, бала табып үҫтерәм тиһәң, хәҙерге заманда кеҫәң ҡалын булыуы шарт. Бер бала янына икенсеһе һыя, икенсеһе янына – өсөнсөһө, тиеү бөгөн бигүк дөрөҫлөккә тап килмәй. Элек ғаиләләрҙә ете-һигеҙ бала үҫте. Өлкәндәре бәләкәйҙәрен тәрбиәләште, кеселәре ололарҙың кейемен кейҙе... Юғары белем алырға теләмәгәндәре һигеҙенсе клас­тан һуң училищеларға китте... Йәш кеше һөнәр алып, берәй предприятие-ойошмаға эшкә урынлашҡас, уның дөйөм ятағынан йәшәү урыны бирелде... Өйләнеп, балаһы тыуғас, бушлай фатир бүленде... Тормош шулай һәүетемсә генә дауам итте.
Бөгөнгө шарттарҙа быларҙың береһе лә юҡ. Хатта балаңды уҡытып әҙәм итәм тип аҡса түгеүең дә бушҡа булыуы мөмкин. Юғары белем алған белгес тә артабан тормош ауырлыҡтары алдында япа-яңғыҙ тороп ҡала. Эш урындары юҡ, үҙеңдең бизнесыңды асыу һәр кемгә лә мөмкин түгел (түләүле белеш­мәләр йыйыу, бизнес-план төҙөтөү, теркәлеү, һалымдарҙың күтәргеһеҙлеге, субсидия-гранттарҙы алыуҙағы ауырлыҡтар һәм башҡалар). Шулай ҙа кешенән кәм-хур булғы килмәй. Етмәһә, бая үрҙәге байҙар ишеләр күҙҙе ҡыҙҙыра. Һөҙөмтәлә банктан кредит юллап, белемле, машиналы, торлаҡлы булаһың, ялға бараһың... Шулай осо-ҡырыйы күренмәҫ бурысҡа батаһың. Юҡҡамы ни бөгөн коллекторҙарҙың эшмәкәрлеге мөһим проблемаларҙың береһенә әүерелде!
Матур йәшәге килә, әлбиттә. Ләкин халыҡтың икенсе бер тапҡыр әйтеме лә бар: юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ. Күңел төбөндә бер бәләкәй генә өмөт тә быҙлай: берәй ҡасан аҡсаға табыныу модаһы үтеп, башҡа ҡиммәттәр нығыныр әле. Һәм беҙҙең байҙар ҙа донъяның хәлле кешеләре Ингвар Кампрад (“Икеа” компанияһына нигеҙ һалыусы), Марк Цукерберг (“Фейсбук”ка нигеҙ һалыусы), иң йәш миллиардерша Александра Андресен (20 йәшлек апаһы менән берлектә “Ферд Холдингс” инвестиция компанияһы хужаһы) кеүек ябай һәм ғәҙәти кейенә, йәшәй башлар. Бая әйткән Өфө гимназияһының сығарылыш класс уҡыусылары ла бай ата-әсәләренән аҡыллыраҡ булып сыҡҡан бит һуң...




Вернуться назад