Шулай ти Буранбай ауылынан Гүзәл менән Ришат Әминевтәр. Белмәй әйтмәйҙәрҙер: бер аҙ Өфөлә торғандан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан улар.
– Йәшлек – дәртле саҡ. Ҡалала күп аҡса эшләү теләге лә булғандыр, – тип йылмайып хәтерләй ул осорҙо Гүзәл. – Ләкин иремдең эш хаҡы ҡуртымға алынған фатирға түләргә генә етә ине. Балабыҙ тыуғас, уйланыҡ-уйланыҡ та ауылға ҡайтырға булдыҡ. Бындай аҙымды яһағаныбыҙға һис үкенмәйбеҙ. Әсәлек капиталы иҫәбенә өй һалдыҡ, тиҙҙән уны туйларға йыйынабыҙ. Балаларыбыҙ Азалия, Айгиз һәм Баязит бүлмәләрҙе бүлешеп тә ҡуйҙы инде.
Яңы йорт ауылдың Йәштәр урамында урынлашҡан. Бындағы барлыҡ өйҙәр ҙә күркәмлеге, заманса зауыҡлы булыуы менән айырылып тора. Тырыша йәштәр! Уларҙың дәртлелеге, матур йәшәргә ынтылыуы, илһөйәрлеге төпкөл ауылдарға йәм өҫтәй, усаҡтарҙы һүндермәй һаҡлай. Ырыҫлы булһын нигеҙҙәре!