Һөт йылғаһы башланған ерҙә30.03.2016
Һөт йылғаһы  башланған ерҙә Ауыл хужалығы – иң ҡатмарлы тармаҡтарҙың береһе, ә малсылыҡ иһә – уның күп көс талап иткән йүнәлеше. Көндөң ә тәүлектең ҡайһы мәле булыуға ҡарамаҫтан, малдарҙы тәрбиәләп, ашатып торорға кәрәк. Быны ауыл эшсәне яҡшы аңлай, шуға ла ҡышҡы осорҙо уңышлы тамамлау өсөн бар көсөн һала.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрис Хәйҙәр улы Латипов етәкселегендәге “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иң эреләрҙән һанала һәм төбәктә алдынғылар иҫәбендә. Йәмғиәттә әле 700 баш ҡара-сыбар һыйыр малы аҫрала, шул иҫәптән һауын һыйырҙары – 300 баш.
“500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән хужалыҡта биш ауылдан 80 кеше тырышып эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡасандыр ҙур аҡса артынан Себер тарафтарына, башҡа өлкәләргә сығып киткән ауыл халҡы әле тыуған яҡтарына кире ҡайта башлаған. Хужалыҡ етәкселеге эш һорап килгән ауылдаштарын эш менән тәьмин итергә тырыша. Йәштәрҙең ауыл мөхитен үҙ итеүе үтә лә һөйөнөслө. Әммә юғары белемле белгестәрҙең етешмәүе һаман көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала бирә.
– Элекке тар, тынсыу, ҡараңғы һөтсөлөк фермаларын бөгөн иҫләргә генә ҡала. Малсыларҙың кәйефе күтәренке, ҡул көсө талап иткән күп кенә эште бөгөн заманса ҡорамалдар башҡара, – ти Яңы Мишәр һөтсөлөк фермаһы мөдире Наил Ғәлимов.
Йәмғиәттең тағы ла бер фермаһына быйыл капиталь ремонт үткәрергә ниәтләйҙәр. Тиҙҙән заманса йыһазландырылған яңы бинала малсыларға эшләүе күпкә еңеп буласаҡ. Етәкселек билдәләүенсә, ауыл биләмәһе, мәктәп һәм хужалыҡ бына нисә йыл инде татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәй, һәр эштә бер-береһенә ярҙамлашып көн итә. Бында, әлбиттә, район Советы рәйесе лә булған Юрис Латиповтың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Әле ҡышлатыу һәйбәт ойошторолған, мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ. Хужалыҡта һыйырҙар быҙаулай башлаған.
– Беҙҙең һөттө яраталар, сифаты ла яҡшы бит, көнөнә өс тоннанан ашыу һатабыҙ, – ти ферма мөдире Наил Ғәлимов. – “Янғантау” шифаханаһынан үҙҙәре килеп ала, литрын 20 һум менән оҙатабыҙ.
Йәмғиәттә үҙ эшен намыҫлы башҡарған хеҙмәткәрҙәр бихисап. Лилиә Хәмиҙуллина, Зөлфиә Ғәниева, Динар Һөйәрғолов, Илфат Ғәниев, Фәнил Ғайсин, Ринат Закиров һәм башҡалар күптәргә өлгө булып тора.



Вернуться назад