Тәнҡит мәҡәләләре кәрәк30.03.2016
Беҙҙең ғаилә элек-электән “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡый. Фәһемле, файҙалы мәҡәләләрҙе ҡырҡып алып һаҡлайбыҙ хатта. Һуңғы ваҡыттағы яҙмаларҙан баҫманың 18 март һанында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның халыҡты иң борсоған һорауҙарға яуап биреүе иғтибарҙы йәлеп итте. Шундай эшлекле депутаттар күберәк булһын ине! Көньяҡ-көнсығыш төбәк буйынса үҙ хәбәрсе Кәримә Усманова яҡташтары тормошон яҡындан өйрәнеп, күңелдәргә барып етерлек итеп яҙа. Рәхмәт!
Кәңәш-тәҡдимдәребеҙ ҙә бар. “Башҡортостан”да баҡсасы мөйөшө булдырһағыҙ ине. Хаҡлы ялдағы кешеләрҙе лә онотмағыҙ, улар тормошон нығыраҡ яҡтыртығыҙ. Тағы ла тәнҡит мәҡәләләре кәрәк.
Быйылғы йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылып та ҡуйҙыҡ. Квитанция күсермәһен редакцияға ебәрәбеҙ. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит, бәлки, ат та отоп ҡуйырбыҙ.

БАЙРАМҒОЛОВТАР
ғаиләһе.





Вернуться назад