Күп йылдар инде Эстония төркиҙәре лә Науруз байрамын билдәләй. Быйыл Ратуша бинаһы янында халыҡты Азербайжан йәмғиәте (етәксеһе һәм байрамды ойоштороусы – Ниязи Гаджиев) йыйҙы. Уларға милли аш-һыу, йыр-бейеү, төрлө тамашалар тәҡдим ителде. Күп һанлы ҡунаҡтар араһында Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, шулай уҡ әүәлге президент Арнольд Рюйтель, ил парламенты ағзалары, Азербайжандың Эстониялағы илсеһе бар ине.
Таллинндағы башҡорт мәҙәни йәмғиәте вәкиле Илнур Хәйруллин ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарҙы, Арнольд Рюйтелгә “Эстония хәтерләй. Салауат Юлаев” китабын бүләк итте. Сараға саҡырылған кешеләр араһында Латвиянан килгән ҡунаҡ, “Шишмә” башҡорт-татар йәмғиәте ағзаһы Рәмил Ҡадиров та бар ине. Ул 2 апрелдә Латвияла уҙасаҡ Науруз байрамына саҡырҙы.
Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА,
“Ағиҙел” башҡорт йәмғиәте рәйесе.