Ҡармаҡларға өйрәтәсәктәр30.03.2016
“Граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса йәмәғәт советы” төбәк ойошмаһы Башҡортостанда “Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам йәһәтенән көрсөккә ҡаршы үҙәктәр” проектын башлай. Был эш федераль конкурста еңеүсе булараҡ 1,5 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған.
Алты йыл дауамында Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы көрсөк мәлендә халыҡҡа ярҙам йәһәтенән 11 миллион һум бүлгән. Был аҡсаға Күмертау, Межгорье, Ағиҙел ҡалаларында йәшәгән 426 ғаиләгә матди ярҙам күрһәтелгән. Мохтаждарҙың күбеһенә 25-әр мең һум күләмендә маҡсатлы сертификаттар тапшырылған.
Ошо тупланған тәжрибә нигеҙендә көрсөккә ҡаршы үҙәктәр булдырырға ҡарар ителгән. Тәүгеләре Күмертау һәм Межгорье ҡалаларында һәм Өфө районының Алексеевка ҡасабаһында асыласаҡ. Ярҙам өс йүнәлештә күрһәтеләсәк: хоҡуҡ һәм социаль ташламалар буйынса консультациялар, психолог кәңәштәре; уҡытыу, һөнәри яҡтан камиллашыуҙа ярҙам; кәрәк-яраҡ, әйберҙәр банкы булдырыу. Был үҙәктәргә урындағы халыҡтан тыш, эргә-тирә райондарҙа йәшәгәндәр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Белгестәр һәр кемде борсоған мәсьәләне хәл итеү әмәлен эҙләйәсәк, килеп тыуған ауыр хәлдән сығыу юлын табырға ярҙам итәсәк. Проекттың маҡсаты – балыҡ тотоп биреү түгел, ә ҡармаҡларға өйрәтеү.
Фаразланыуынса, был проект сиктәрендә 30 меңгә яҡын кешегә ярҙам күрһәтеләсәк.