Йүнселдәрҙе махсус клубта көтәләр30.03.2016
Һуңғы осорҙа «социаль эшҡыуарлыҡ» тигән һүҙбәйләнеште йыш ишетергә тура килә. Уның асылы йүнселлеккә яңыса ҡараш тәрбиәләүҙән ғибәрәт, булдыҡлы замандаштарыбыҙҙың йәмғиәтебеҙҙәге айырым проблемаларға даими иғтибар бүлеүҙәрен хәстәрләй.

Социаль эшҡыуарлыҡ ҡәҙимге хәйриә эшмәкәрлегенән нимәһе менән айырыла һуң? Финанс яҡтан тотороҡло предприятие етәкселәре халыҡтан йыйылған мәрхәмәтлек иғәнәләре иҫәбенә түгел, үҙҙәре эшләп тапҡан аҡсаға айырым ҡатламдарҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итә. Инвалидтар, балалар йорттарын тамамлаусылар, ауыр холоҡло балалар менән эшләгән, яңғыҙ ҡарттар мәнфәғәтен хәстәрләгән эшҡыуарҙарҙы йәмғиәт мөхитен ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тырышыусылар, битарафлыҡ хөкөм һөргән заманда халыҡта социаль теләктәшлек тәрбиәләүселәр, эшҡыуарлыҡ мәҙәниәтен формалаштырыусылар тип баһаларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта хәйриә проекттары урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ тармағындағыларға өҫтәмә аҡса эшләргә мөмкинлек аса.
Бөгөн социаль эшҡыуарҙар өсөн дәүләт ярҙамы, субсидия, гранттар ҡаралған. Әммә Башҡортостанда был йүнәлеш – саҡ барлыҡҡа килгән иҡтисад секторы. Уның нимә икәнен, үҙ эштәрен асҡандарға ниндәй мөмкинлектәр биреүен күптәр белеп еткермәй. Ә бит бизнес-проект нигеҙен социаль йөкләмә тәшкил иткән осраҡта үҙ эшен асып ебәреүсе йәш егет-ҡыҙҙарға башланғыс капитал буйынса төрлө фондтар ярҙамға килергә әҙер.
Социаль эшҡыуарлыҡ асылын аңлатыу өсөн республикала бер нисә форум үтте. Көнитмештә уңышлы һынау үткән айырым проекттар ыңғай миҫал итеп килтерелде. Улар араһында республикала киң танылыу тапҡан Өсөнсө быуын университеты бар. Бөгөн ауырыуҙарҙы бағыу хеҙмәтен ойоштороусылар, пансионат асыусылар, экология проблемаларын хәстәрләүсе, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә өйҙә эшләү шарттарын тыуҙырыусы йүнселдәр бар. Ә бына мәҙәниәт, спорт, мәғариф, йәштәр менән эшләү тармағына тотоноусылар юҡ кимәлендә.
Яңы йүнәлеште пропагандалау маҡсатын­да баш ҡалала махсус клуб эш башланы. Заманса ҡарашлы эшҡыуарҙарҙы, социаль йүнәлешле бизнес-проект авторҙарын һәр дүшәмбе 16.00 сәғәттә Өфө ҡалаһының Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү фондында көтәләр. Адресы: Ибраһимов бульвары, 19-сы йорт. Белешмә өсөн телефон: (347) 243-38-37, 264-62-90.




Вернуться назад