... Фуат Йомағужин бала сағынан уҡ белемгә ынтылып, уратып алған тирә-яҡ менән ҡыҙыҡһынып үҫә, ойоштороу эштәрендә, сараларҙа һәр саҡ беренсе була. Шуға ла кисә генә мәктәп тамамлаған егеткә күрше ауылда кескәй балаларҙы ғына түгел, тиҫтерҙәрен, хатта үҙенән олораҡтарҙы уҡытырға ышанып тапшыралар. Бында төрлө спектаклдәр ҙә ҡуйып, уларҙа төп ролдәрҙе башҡарып йөрөй ул. Йырҙар ижад итә, фольклор йыя.Артабан белем алыу теләге уны Ҡазанға алып китә. Химик һөнәрен үҙләштереп ҡайтҡас, Фуат заводҡа эшкә бара, әммә производствола булған авария сәбәпле йәнә тыуған яғына ҡайта һәм ғүмере ахырынаса яҡташтарына белем бирә, мәктәп коллективын етәкләй. Йырҙар ижад итә, бер үк ваҡытта халыҡтың рухи хазинаһын туплау эшенән дә ситтә ҡалмай.
Бына шундай төрлө яҡлап талантлы шәхес булараҡ уйыла ул яҡташтары күңелендә. Иң мөһиме, маҡарҙар Фуат ағайҙы бөгөн дә иҫкә ала, уның рухына бағышлап саралар ойоштора. Мәҫәлән, “Аҡ күгәрсен” фольклор-вокал фестивале – быға асыҡ дәлил. Шуныһы һөйөнөслө: бер ауыл сиктәрендә генә башланғыс алған конкурс тиҙ арала район кимәленә тиклем үҫешә. Сара башланырға бер көн ҡалғас, ҡатнашырға теләк белдергән коллективтар һаны ғына ла ике тиҫтәгә яҡынлаша. Хәлбүки, шәхесте бөтә район белә, ярата. Заманында ул яҙған “Шатлыҡ” йырын бар йәш-елкенсәк йырлап йөрөгән!
— Бындай шәхестәребеҙ — райондың йөҙөк ҡашы, уларҙың ижады, башҡарған эштәре, һис шикһеҙ, йәш быуында ла йәшәргә тейеш, — тип билдәләне был йәһәттән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл Шаһиева.
Хәйер, шуныһы ҡиммәт: бер шәхес рухын яҡтыртыуға ғына ҡайтып ҡалманы фестиваль. Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Юрматы” фольклор коллективының “Соҡор йорт буйындағы йыйын” исемле тамаша менән асылып китте конкурс. Тик артабан етешһеҙлектәр күҙгә салынды: кемдер йолаларҙы бутап ташланы, бәғзеләр регламент төшөнсәһен онотоп китте. Хәйер, һәүәҫкәрҙәр бит, күҙ йоморға ла мөмкиндер. Миңә ҡалһа, йыйылған кескәй балаларға халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын һеңдереүгә өлгәшеү – үҙе ҙур бәхет.
Балалар тигәндән, тәрбиәүи мәлдәре күп булды конкурстың. Мәҫәлән, “Кәкүк сәйе”, “Һандыҡ сере” һымаҡ йола күренештәрендә быуындар бәйләнеше сағылыш тапты. Шулай уҡ “ҡунаҡ ҡаршыланы”, “килен төшөрҙө”, “бәпес үҫтерҙе” ҡатнашыусылар. Әйткәндәй, Фуат Йомағужин үҙе ике балаға атай була. Ҡыҙы педагогиканы һайлаһа, Фаяз Йомағужин — республикала билдәле журналист.
Шуныһы ҡиммәт: халыҡ мираҫын йыйып ҡына ҡалмай, уны таратыуҙа ла ҙур эш башҡара химик-фольклорсы. Мәҫәлән, “Ҡарға бутҡаһы” йолаһына яңы һулыш өрөүҙә Фуат ағайҙың роле сикһеҙ. Был тамашаны жюри фатихаһына Биксәндән килгән “Хазина” тәҡдим итте.
Коллективтар араһында фольклорҙы йыр-бейеүҙә, күңел асып ял итеүҙә генә түгел, хеҙмәт күренештәре аша ла данлаусылар булды. “Өй йыуыу өмәһе”, “Серле биҙәктәр”, “Септә һуғыу”, “Тула баҫыу”, “Һағыҙ ҡайнатыу” һымаҡ йолалар халҡыбыҙҙың элекке көнкүрешен күҙалларға ярҙам итте.
Шулай ҙа конкурста маҡарҙарға етеүсе булманы. Юғары кимәлдәге әҙерлекле йолаларҙы еренә еткереп күрһәтә алған коллективтарҙы (“Әхирәттәр”, “Ағинәйҙәр”, балалар хоры) жюри гран-при менән баһаланы. Яҡташтары рухына тап төшөрмәне Маҡар артистары, афарин!
Айырым һүҙ — яңғыҙ башҡарыусылар хаҡында. Береһенән-береһе матурыраҡ сығыштар булды. Бигерәк тә иң кескәй башҡарыусы — 6 йәшлек Азалия Кинйәбаева менән иң өлкәне Рәйлә инәй Ҡолмырҙина иғтибарҙы йәлеп итте. Нисәмә быуын берләште был сарала!
— Конкурстың дауамлы булыуын теләргә генә ҡала, — тип билдәләне жюри ағзаһы ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов.
…Конкурс барышындағы бер күренештә шундай һүҙҙәр ҡолаҡҡа салынып ҡалды: “тимер сөйгә ҡот ҡунмай”. Химия өлкәһен үҙ итһә лә, Фуат Йомағужин халҡыбыҙҙың рухи донъяһына ғашиҡ булып, мәңгелек хазинаны бөртөкләп йыйыуға, һаҡлауға тос өлөш индерә. Ә бөгөн беҙ технологиялар яҡтылыҡ тиҙлеге менән алға киткән тимер гаджет-роботтар баҫып алған заманда йәшәйбеҙ. Интернет ашар икмәктәй көндәлек күренешкә әйләнде, тик… Фуат ағай һымаҡ, рухиәтебеҙгә урын ҡалдырабыҙмы көнитмешебеҙҙә бындай заманда? “Аҡ күгәрсен”дәр йышыраҡ оялаһын йөрәгебеҙҙә. Юҡһа, тимер сөйгә әйләнгән күңелдәребеҙҙән ҡот китер. Ә ул бер китһә…