Ҡараштарынан игелек, мәрхәмәтлек бөркөлгән, тылсымлы ҡулдарынан шифа һирпелгән Сибай ҡала дауаханаһының кардиология бүлегендә эшләүсе Гөлнара Мөхәмәтйәрованы олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихтирам итә. Миһырбанлы шәфҡәт туташы бына инде 20 йылдан ашыу ауырыуҙарҙы дарыу менән генә түгел, мөләйем йөҙө, яҡшы һүҙе ярҙамында ла дауалай.
Бала саҡта Гөлнара Лотфрахман ҡыҙы кем генә булырға хыялланмай?! Сит телдәр уҡытыусыһы булып, барлыҡ Европа илдәрен гиҙергә лә, апайҙары кеүек кейемдәр тегеп, шулар менән барса халыҡты һоҡландырырға ла теләге көслө була. Әммә тормош беҙ уйлағанса ғына бармай. Ағаһы Зәбир менән еҙнәһенең ҡапыл аварияға эләгеп, дауаханаға ятыуы яңы ғына унынсыны тамамлаған ҡыҙҙың хыялдарын үҙгәртә. Нисек булһа ла туғандарына ярҙам итеү теләге менән ул күп уйлап тормай, документтарын Сибай медицина училищеһына илтеп тапшыра. Һәләкәткә осраған туғандары ла, яйлап аяҡҡа баҫып, дауахананан сыға. Тәүге дәрестәрҙән үк аҡ халат кейеп, ғүмерлеккә ошо һөнәргә тоғро ҡалған Гөлнара Мөхәмәтйәрова яҙмышына рәхмәтле. “Икенсе эштә хәҙер үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Көн дә сирлеләр янына инеп, уларҙың хәлдәрен белеп, дауалауым, күҙҙәрендә һауығыу осҡондарын күреү — йәшәүемдең мәғәнәһе”, — ти Гөлнара Лотфрахман ҡыҙы.
Йөрәк менән шаярырға ярамай тиһәк тә, йөрәк ауырыуҙарына юлығып, дауаханаға килеүселәр йыш осрай. Бындай саҡтарҙа һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек йылы һүҙ ҙә, күңелен иретерлек йылмайыу ҙа кәрәк.
— Иң ҡыйыны, — ти Гөлнара Мөхәмәтйәрова, — ауырыуҙың хәлен белеп тә, уға дөрөҫөн әйтмәй, төшөнкөлөккә бирелмәһен өсөн, йәшереп ҡалдырыу. Нисектер алдашыу һымағыраҡ килеп сыға тип уйлауҙан тәүҙәрәк ҡыйын була торғайны. Ҡайһы саҡта әсе дөрөҫлөккә ҡарағанда, татлы алдашыуҙың сирле өсөн күпкә яҡшыраҡ булыуын төшөнгәс, еңел ҡабул итә башланым. Мөлдөрәмә тулы күҙ менән баҡҡан ауырыуға ҡарап, йөрәгең өҙөлөп сығырҙай минуттар йыш була. Ләкин һин уның һаулығы өсөн яуаплы икәнһең, хис-тойғоға бирелергә хаҡың юҡ. Ҡайһы саҡта бер минут, бер секунд кеше яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеүе мөмкин. Шуға эшебеҙ уяулыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап итә. Табип килеп өлгөрмәгән саҡта бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алған осраҡтар ҙа була. Был бигерәк тә төнгө сменала, “ашығыс ярҙам” менән килтерелгән ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә була.
— Дауаханала ятҡан ауырыуҙар һауығып сыҡҡас та, яҡын кешеләргә әүерелә. Сибай ҙур түгел, һәр ерҙә дауаланыусылар осрап, үҙҙәренең хәлен һөйләп китһә, шунда һөнәремдең ни тиклем кешеләргә кәрәк булыуына төшөнәм һәм ошо һөнәрҙе һайлауыма сикһеҙ ҡыуанам, — ти Гөлнара Лотфрахман ҡыҙы.
Ә бит тормош уны аҙ һынамай. Тормош иптәше йәшләй генә вафат була. Атаһын күреп өлгөрмәгән улы Замирҙы тәрбиәләп үҫтереүе, ай-һай, еңел бирелмәгәндер яңғыҙ ҡатынға. Ләкин ул бер ваҡытта ла яҙмышына зарланмай, эшенән йәм табып, тормоштан тәм табып йәшәргә ынтыла. Тырышлығы һөҙөмтәләрен бирә. Яңы йорттан ике бүлмәле фатир алыуға өлгәшә, улы педагогия колледжының информатика бүлеген уңышлы тамамлап, әле хәрби хеҙмәтен тултыра.
Сибай дауаханаһының кардиология бүлеге етәксеһе Лариса Ялалетдинова оҙаҡ йылдар тик бер генә бүлектә эшләгән шәфҡәт туташы Гөлнара Мөхәмәтйәрова тураһында тик ыңғай фекерҙә. Уның ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуын, һөнәри оҫталығын, эшкә яуаплы ҡарауын билдәләне. Эйе, Гөлнараның төп йәшәү принцибы — кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың һаулығын ҡайғыртыу һәм ваҡытында иҫкәртеү. Гөлнара Мөхәмәтйәрова кеүек аҡ халатлылар күберәк булһын тип теләйек.
К. ӘБДЕЛҒАЗИНА.
Сибай ҡалаһы.