Колледждарҙың иң шәп уҡытыусыһы кем?29.03.2016
Колледждарҙың иң шәп уҡытыусыһы кем? Урта махсус һәм һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарында педагог-кураторҙарҙың (класс етәкселәре) ижади потенциалын асыу һәм профессиональ әүҙемлеген үҫтереү, тәрбиәүи һәм аудиториянан тыш эшмәкәрлеген арттырыу, мөғәллимлек идеяларын, инновация тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында республикала “Иң шәп уҡытыусы-2016” конкурсы уҙғарыла.

Быйыл сара Өфө киң профилле һөнәри белем биреү колледжы база­һында үтте һәм Өфөнөң директорҙар советы уның ойоштороусыһы булараҡ сығыш яһаны. Өфө киң профилле һөнәри белем биреү колледжы директоры Рәфҡәт Үмәрғәлин – конкурс­ты ойоштороусыларҙың етәксеһе.
Быйылғы сараның төбәк этабында Өфө колледждарының 14 уҡытыу­сыһы ҡатнашты. Улар класс сәғәте, әңгәмә, диспут, эшлекле уйын һәм башҡа төрлө һынауҙар аша үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтте. “Ни өсөн мин куратор булып эшләйем?” тип аталған ижади презентацияла мөғәл­лимдәр үҙҙәренең эске донъяһын, коллегаларына, һөнәренә, уҡыусыла­рына мөнә­сәбәтен, ҡыҙыҡһы­ныуҙарын асып һалырға тейеш ине. Кем­дәр­ҙең­дер ҡулынан килде, ә ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәре уҡы­тыусы булһа ла, юғалып ҡалды. Ирекһеҙҙән, уҡытыусы һөнәре һис кенә лә артистыҡынан кәм түгел, тигән уйға киләһең, сөнки тәҡдим ител­гән темаға студенттарҙың иғти­барҙарын йәлеп итеү, идея менән тоҡандырыу өсөн улар ниндәй генә ҡыҙыҡлы ысулдар уйлап тапмай, телмәр оҫталығына эйә булырға тырыша, заман технологияларын да файҙалана.
Башҡортостан Мәғариф ми­нистр­лы­ғының Республика уҡыу-ғилми методик үҙәге директоры урынбаҫары Миңдебай Юлмөхәмәтов етәксе­леген­дәге эксперт комиссияһына төрлө ижади һынау үткән уҡытыусылар ара­һынан еңеүселәрҙе билдәләүе һис еңел булмағандыр. Нимә генә тимә, замана педагогтарын мәғариф өлкәһендә әленән-әле булып торған көтөлмәгән үҙгәрештәрҙән һуң бер ни менән дә аптыратып булмайҙыр. Улар ижади бәйгеләргә лә әҙер!
Шулай итеп, “Иң шәп уҡытыусы-2016” конкурсында гран-приға Өфө радиотехника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы уҡытыу­сыһы Юлиә Әүхәтова лайыҡ булды. Уның көтөлмәгән һорауҙарға ла тәрән мәғәнәле яуап биреүе, һәр дәресендә уҡыусыларын бер генә минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмауы баһалама ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалмаған, күрәһең. Замана педагогтар алдына ниндәй генә ҡағыҙҙар килтереп һалыуына ҡарамаҫтан, улар иң тәү сиратта күңел тәрбиәсеһе, белем биреүсе икәнен оноторға тейеш түгел.
I урынға – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыһы Е. Вачаева, II урынға – Мәскәү һыу транспорты академияһының Өфө филиалынан Р. Ғәлләмова, III урынға Өфө юл эш­тәре институтынан И. Бикбаева лайыҡ булды. “Мәғлүмәт технологиялары оҫтаһы” номинацияһында еңеүсе тип Өфө киң профилле һөнәри колледж уҡытыусыһы Ольга Будакова табылды. Артабан уҡытыусыларҙы яңы ижади бәйгеләр көтә. Ә шулай ҙа иң төп һынау көн дә уҡыусыларың­дың алдына баҫып, намыҫ менән дәрес биреү икәнен оноторға тейеш түгелдер ысын педагог.





Вернуться назад