Туғыҙ бала үҫтереүе...07.03.2012
Туғыҙ бала үҫтереүе...Тормош ауырлығына һылтанмайынса, бала үҫтереүҙе оло яуаплылыҡ менән башҡарған әсәләр тик һоҡланыуға лайыҡ. Ҡәҙер ауылында йәшәүсе Лүзиә Мөфтиева — шундай әсәйҙәрҙең береһе. Ул бар тормош йәмен, асылын, йәшәү маҡсатын балаларына арнаған.
Лүзиә Ҡотдос ҡыҙы үҙе лә ишле ғаиләлә үҫә. Беренсе бала булараҡ, уға кесе биш туғанын да тәрбиәләшергә тура килә. Ул Һеңрән мәктәбен тамамлағас, Өфө ҡалаһында яратҡан һөнәренә уҡып, тыуған яғына ҡайта. Үрге Йәркәйҙәге икмәк комбинатына эшкә урынлаша. Икмәк бешереүсе йәш, тырыш, эшһөйәр ҡыҙҙы барыһы ла ярата, ихтирам итә. Тиҙҙән Лүзиә, үҙ яртыһын табып, Ҡәҙер ауылы егете Әмирхан Мөфтиевкә кейәүгә сыға. Матур ғына ғүмер иткәндә, йортҡа ҡайғы килтереп, тормош иптәше 36 йәшендә вафат була. Лүзиә береһенән-береһе бәләкәй ете балаһы менән ҡала. Ошо көндән һуң йәш ҡатынға тағы ла ҡатыраҡ һынауҙар үтергә, тормош ҡаршылыҡтары менән көрәшергә тура килә. Ләкин ул бирешмәй, балалары хаҡына йәшәй һәм уларҙы бынамын итеп үҫтерә. Ҡошсоҡтары туҡ булһын, етемлекте тоймаһын тип, көнө-төнө эшләргә тура килә уға. Шул уҡ ваҡытта тыумыштан церебраль фалиж менән ауырыған ҡыҙы Иринаны ла ҡарарға кәрәк. Аҡрынлап балаларын да хеҙмәткә өйрәтә. Кешегә кәрәкле иң яҡшы сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша. Балалары ла әсә йәнен, күңелен аңлап үҫә. Бер-береһенә ярҙамлашалар, терәк булалар. Шуға ла бөгөн бәхетле әсә балалары менән ғорурланырға хаҡлы — улар һәр береһе үҙҙәре теләгән һөнәрҙе үҙләштереп, инде эш башлаған. Дүрт ҡыҙ, өс малай үҫтереп, дүртеһенең үҙ ғаиләһе бар. Бәләкәй ҡыҙы Илнара Ҡәҙер урта мәктәбендә VIII класта белем ала. Яҡшы уҡыуы, мәктәптә, районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы менән башҡаларға өлгө булып тора.
Лүзиә Ҡотдос ҡыҙы балаларына яҡшы тәрбиә, һөнәр биреп кенә ҡалмай, туған йәнле лә итеп үҫтергән. Һеңлеһен әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәс, приютҡа ебәрмәҫ өсөн уның ике балаһын үҙ ҡанаты аҫтына ала. Бына ике йыл инде уларҙы үҙ балалары кеүек яратып, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерә. Алина менән Эдиктың да күҙҙәрендәге һағыш бөтөп, бәхетле йәшәүгә осҡон ҡабына. Һеңлеһенең яҙмышына ла битараф ҡалмай оло йөрәкле әсә. Уны ла үҙе янына йәшәргә ала. Хәҙерге көндә ул Лүзиә менән бергә М. Горький исемендәге кооперативтың Ҡәҙер һөтсөлөк фермаһында һыйыр һауа, балалары менән бергә булыуына шатланып бөтә алмай. Ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙғанға апаһына рәхмәте сикһеҙ уның.
— Балаһыҙ ғаиләне, йортто күҙ алдына ла килтермәйем. Әлбиттә, ҙур ғаиләнең мәшәҡәттәре лә етерлек, ләкин беҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ ҙа күберәк, бәхетебеҙ ҙә олораҡ. Иң мөһиме — балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем ауырымаһын, мине һөйөндөрөп кенә торһондар, — ти Лүзиә.
Ысынлап та, балаларыңдың шатлығын, игелеген, ҡыуанысын күреп, тойоп йәшәү — иң ҙур бәхеттер.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.


Вернуться назад