“Башҡортостан” – рухым шишмәһе29.03.2016
Һуңғы дәүерҙең әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәйәсәте, иҡтисади тормошо, ижтимағи фекер үҫеше матбуғат менән тығыҙ бәйләнештә. Дөйөмләштереп әйткәндә, гәзит-журналдар – йәмғиәттә күҙәтелгән һәр төрлө хәл-ваҡиғаларҙың тере шаһиты, үҙенсәлекле йылъяҙмаһы һәм эмоциональ көҙгөһө лә ул.

Республикала бер быуат самаһы инде нәшер ителгән баҫмаларҙың береһе “Башҡортостан” – уҡымлы, халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалған етди гәзит. Төп баҫмабыҙ тиһәм дә, яңылышмамдыр. Идея-тематик йүнәлеше йәһәтенән фән, техника, мәҙәниәт, мәғариф, сәйәсәт, иҡтисад өлкәләрендәге үҫеш-яңылыҡтарҙы сағылдырып ҡына ҡалмай, ауыл тормошона, айыҡ йәшәү, һаулыҡ һаҡлау, туған тел мәсьәләләренә лә етди иғтибар бүлә “Башҡортостан”. Дини тәр­биәгә, милли тарихҡа, билдәле шәхестәргә арналған яҙмаларҙы уҡыу фәһем, илһам бирә.
Әммә йәш быуын вәкилдәре араһында гәзит уҡығандарҙың һирәгәйә барыуы борсоуға һала. Компьютер, кеҫә телефоны һәм башҡа заманса техникаға тиҙерәк, еңелерәк яраҡлаша ҡыҙ һәм малайҙар. Ошоно иҫәпкә алып, бөгөн донъяның күп илдәрендә мәктәп балалары өсөн электрон әсбаптар нәшер ителә, шулай ҙа гәзит-журналды һәм китапты ҡулда тотоп уҡыуға бер ни етмәй! Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙҙы китап яратырға, гәзит-журнал уҡырға бәләкәйҙән өйрәтәйек! “Йәш саҡта уҡыу – ташҡа яҙыу, ҡартайғас уҡыу – боҙға яҙыу” тигән әйтемде лә хәтеребеҙҙән сығармайыҡ.
Мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә эшләгәндәр был юҫыҡта үҙ өлөшөн индерә ала. Әгәр мәҙәниәт йорттарында, китапханаларҙа, мәктәптәрҙә гәзиткә яҙылыу әүҙем башҡарыла икән, был үҙе үк камиллыҡҡа бер аҙым. “Ил ҡәҙере – белемдә” тигәндәй, туғандар, халыҡ баҫмаһы “Башҡортостан”ды алдырайыҡ, уҡыйыҡ, дуҫы булайыҡ!


Вернуться назад