Үҙебеҙҙе танып иланым29.03.2016
Гәзиттең 27 ғинуар һанында баҫылған “Ҡара икмәк телеп, таратыр инем” (авторы – Д. Тәлғәтова) тигән мәҡәләне уҡып, унда һүрәтләнгән һуғыш балаларының береһе икәнлегемде төшөнөп, ҡулға ҡәләм алырға булдым.

Яҙманы, дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән, бер телем ҡара икмәккә зар-интизар булып, ас-яланғас үҫкән бала сағымды иҫләп, күҙ йәштәрен тыя алмай, ҡат-ҡат уҡыным.
Әлеге ваҡытта Бөрйән районының Әбдел­мәмбәт мәктәбе тарафынан төшөрөлгән “Ҡара икмәк” фильмы ауыл ғына түгел, республика телевидениеһы тарихында ла урын алырға хаҡлы. Бының өсөн фильмды руссаға тәржемә итеп, уны йыл һайын Еңеү көнөн билдәләгән мәлдә балаларға күрһәтергә кәрәк, минеңсә. Ошо тәҡдимем “Башҡортостан” гәзите аша үҙәк телевидениеға барып етһә, бик шат булыр инем.
Фекеремде дауам итеп, “Ҡара икмәк” фильмын төшөрөүгә күп көс һалған мәктәп директоры Инсур Үтәбаев, сценарий яҙған Миңнур Ҡасимова, улар хаҡындағы мәҡәләнең авторы ла оло хөрмәткә лайыҡ, тимәксемен. Һуғыш темаһы, уға бәйле иҫтәлектәр шул заманда үҫеп, кеше булған һәр йөрәктә уйылып ҡалған. Хатымды ошоға бәйле шиғри юлдарым менән тамамлайым.
Яҙҙар етеү менән, йәшел үлән
Аслыҡ үлеменән һаҡланы.
Алабута, кесерткән, балтырған...
Ашамаған үлән ҡалманы.
Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа
Етмәй ине дәфтәр, китаптар,
Хәтеремдә һуҡыр лампа менән
Дәрес әҙерләгән ваҡыттар...






Вернуться назад