Ынйыҡай ҙа, Юлдыҡай ҙа балҡыр йәнә29.03.2016
Әсәйем Ынйы исемле ине. Ҡартатайым Саҙрый Хәкимовтан үҙе иҫән саҡта, уңайын тура килтереп:
– Ҡартатай, Ынйы – бик матур, ләкин беҙҙең яҡта һирәк осраған исем. Ни өсөн әсәйемә уны ҡуштығыҙ? – тип һорағайным. Яҡыным хәтирәләргә бирелеп, уйланыңҡырап торҙо ла, йылмайып:
– 20 – 30-сы йылдарҙа “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” исемле бик матур пьеса ҡуйыла ине, тиҙ арала киң танылыу яуланы. Һәр ауыл сәхнәһендә барҙы ул. Беҙ, йәштәр, ундағы йырҙарҙы ауыҙҙан төшөрмәй һуҙыр инек, – тип яуапланы. – 1928 йылдың майында бер-бер артлы беҙҙең ғаиләлә – ҡыҙ бала, ә бер туған ағайым Ғәрифулланың малайы донъяға килде. Ҡыуаныстан балаларҙы Ынйыҡай менән Юлдыҡай тип атарға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Әсәйем уҡытыусы булды. 1943 йылда ете класты тамамлаған ҡыҙға үҙенән бер нисә йәшкә генә бәләкәй балаларға ғилем бирергә ҡушҡандар. Рафиҡ, Ҡашҡар, Мәҡсүт ауылдарында эшләгән ул. “Йырсы Фәрит Бикбулатов беренсе класта миндә уҡыны”, – тип ғорурланыр ине ғәзизем. Ун ике балаға ғүмер биргән ул. Юлдыҡай ағай Хәкимов иһә Хәйбулла районында милицияла эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә яҡты донъя менән бик иртә хушлашты.
“Ағиҙел” журналының быйылғы 1-се һанындағы һуңғы биттә “Онотолған әҫәр” исемле белдереүгә оҡшаш бәләкәй генә мәғлүмәткә тап булдым. Унда: “Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың һирәк һәм ҡулъяҙма әҫәрҙәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, репрессияға эләгеп, 1939 йылда атылған Хәбибулла Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” пьесаһын ғәрәп графикаһынан бөгөнгө башҡорт теленә күсерҙе”, – тип яҙылған.
Әсәйемдең исеменә лә бәйле булғас, авторын белмәһәм дә, мин был пьесаны бер ваҡытта ла күңелемдән сығарманым. Их, бер табып уҡырға ине, тип хыялланған саҡтар әҙ булманы. Баҡтиһәң, ул хәҙерге телгә әйләндерелмәгән дә булған икән… Ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Ваҡытында сәхнә түренән төшмәгән был пьесаның авторы тураһында “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһында бына нимәләр яҙылған: “Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы 1886 йылдың майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙер – Баймаҡ районы) Әбделкәрим ауылында тыуған, башҡорт шағиры һәм драматургы. 1909 йылда “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға ингән, иҫкергән программа буйынса уҡытыуға ҡаршы шәкерттәр сыуалышында ҡатнашҡаны өсөн өс йылдан һуң унан ҡыуылған. 1912 – 1917 йылдарҙа – Верхотор һәм Иркутск ҡалалары мәҙрәсәләре уҡытыусыһы. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Ырымбурға килгән, башҡорттарҙың милли хәрәкәтендә ҡатнашҡан. 1919 йылдың февраленән алып Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә, Академия үҙәге ҡарамағындағы Яңы башҡорт алфавиты комитетында, башҡорт журналдары редакцияларында эшләгән. 30-сы йылдарҙа Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” исемле тарихи пьесаһы киң танылыу тапҡан. Фольклор йыйыусы һәм балалар яҙыусыһы булараҡ та билдәле”.
Тимәк, шағир һәм драматург Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына быйыл 130 йыл тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның исеме Башҡортостан Яҙыусылар союзы төҙөгән “2016 йылдағы юбилейҙар һәм хәтер көндәре” исемлегенә индерелмәгән. Шулай ҙа Баймаҡ районы етәкселәре лә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ла әҙипте онотмаҫ тип өмөт итәм. Бәлки, ваҡытында киң билдәле яҙыусының тормош юлы, яҙмышы тураһында яңы мәғлүмәт тә табылыр (беҙ бит уның тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ), ваҡытында бөтә Башҡортостанды шаулатып, хаҡһыҙ онотолған “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” ҙа яңы һулыш алыр.