Йәшәйбеҙ икән!..29.03.2016
Рәсәйҙә тыуым арта. 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса, тыуым үлемгә ҡарағанда 32 меңгә күберәк. Әйткәндәй, Рәсәйҙәге һәр ҡырҡынсы бала сит ил гражданынан тыуған.
Былтыр илебеҙгә ситтән 590 мең кеше килгән, шуларҙың 430 меңе – ваҡытлыса йәшәү өсөн. Ә Рәсәйҙән китеүселәр – 353 мең самаһы. Мигранттарҙың 90 проценты Украинанан килгән – 200 мең кеше.
Рәсәй халҡы ғаилә мөнәсәбәттәренә тоғролоҡ һаҡлай. Әгәр 2014 йылда 1000 никахҡа 556 айырылышыу тура килһә, былтырғы күрһәткес 527 булды. Ирҙәрҙең һаны ҡатындарҙыҡына ҡарағанда кәмерәк – 1000 ир-атҡа 1158 гүзәл зат тура килә. Был, әлбиттә, көслө заттың ғүмер ҡыҫҡалығы менән дә аңлатыла. Шулай итеп, әлеге көндә илебеҙҙә халыҡ һаны 146,5 миллион тәшкил итә. Ләкин борсоған мәсьәләләр ҙә бар: Рәсәйҙә эшкә яраҡлы халыҡ һаны кәмеүгә табан бара. Тимәк, эшсе иңенә ятҡан йөк тә арта тигән һүҙ был. Бер эшсе ике-өс пенсионерҙы “ашатырға” мәжбүр.
Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо былтыр 71,1 йәш булды, ирҙәр – уртаса 56,9, ҡатын-ҡыҙҙар 76,7 йәшкә етә. Иң юғары күрһәткес Кавказ республикаларында – тау халҡының ғүмер оҙонлоғо 80 йәште үтеп китә.