Балаларҙы ла аямай29.03.2016
1988 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы СПИД ауырыуының пандемияға әүерелеүенә, йәғни үтә ныҡ таралыуына борсолоу белдергәйне. Был мәсьәлә бөгөн дә кешелекте ҙур борсоуға һала.

Ни өсөн ВИЧ-инфекция Ер шарының ҡатмарлы мәсьәлә­һенә әүерелде һуң? Сөнки был ауы­рыуҙың бар кешелекте һәләкәткә килтереүе ихтимал. Рәсәй Феде­рацияһы ВИЧ-инфекцияның таралыуы буйынса Ер шарында беренсе урында тора. 2015 йыл күрһәткестәре буйынса илебеҙҙә 1006 388 кеше ошо сиргә дусар булған. СПИД беҙҙең 212 579-ҙан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән.
Башҡортостанда ла ВИЧ-инфекцияның һаман киңерәк таралыуы күҙәтелә. Әйтәйек, 1987 йылдағы тикшереүҙәргә ҡара­ғанда, 19930 ауырыу билдәләнгән, 11067 кеше диспансер теркәүендә тора. Улар – 21 йәштән 50 йәшкә тиклемге хеҙмәткә яраҡлылар. 2015 йылдың 21 авгусына тиклем республикала ВИЧ-инфекциялы 1945 кеше билдәләнгән, шуларҙың 1325-е – ир-егет, 620-һе – ҡатын-ҡыҙ. Һуңғы осорҙа ВИЧ-инфекция Өфө, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Мәләүез районында айырыуса күбәйгән.
ВИЧ-инфекциялыларҙың 48,1 проценты – 31-40 йәштә, 32,2 проценты – 21-30 йәштә, 12,3 проценты – 41-50 йәштә, 5,4 проценты – 51 йәштән өлкәнерәктәр, 0,4 проценты – балалар. Һуңғы йылдарҙа был ауырыуға өлкән йәштәгеләр ҙә дусар була башланы.
ВИЧ-инфекцияның таралыу сәбәптәрен анализлау шуны күрһәтте: ул аҙғын енси тормош алып барған кешеләр араһында тарала. Наркотикты бер энәнән ҡаҙаған наркомандар араһында ла был ауырыу йыш теркәлә.
ВИЧ-инфекциялы ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ҙың күбәйеүе лә борсоуға һала. Уларҙың күпселеге йәштәр булыуын иҫәпкә алғанда, ауырыу артабан тағы ла арта. 1987 йылдан бирле республикала 2131 ВИЧ-инфекциялы ҡатын бала тапҡан. Уларҙың 1558-е иҫәптә торһа, 133 баланың ВИЧ-инфекциялы булыуы билдәләнгән. Киләсәктә уларҙы еңел булмаған тормош көтөүен, аҙым һайын үлем һағалауын һәр кем аңлайҙыр, моғайын.
1987 йылдан алып Башҡорт­останда ВИЧ-инфекциялы 3392 кеше үлгән. Быйыл был ауырыу 375 кешене һәләк иткән.
СПИД-тың бар кешелеккә янаған ҡурҡыныс ауырыу икән­леген аңларға ваҡыт. Ул, социаль сәйәсәттең мөһим йүнәлеше була­раҡ, күҙ уңынан ысҡындырыл­маһын ине. Шул саҡта ғына кешелек быуат афәтенең артабан таралыуына юл ҡуймаҫ.


Вернуться назад