Йөрәгенән моң тама29.03.2016
 Йөрәгенән  моң тама Балалар баҡсаһында башлыса ҡатын-ҡыҙҙың эшләүе ғәжәп түгел – гүзәл зат тәбиғәттән бала бағыуға, уға һөйөү, наҙ биреүгә һәләтле.

Бынан 35 элек музыкаль етәксе булып хеҙмәт юлын башлаған Алһыу Баймырҙина бөгөн Сибай ҡалаһының “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһында уңышлы эшләп йөрөй.
Ҡасандыр, бәләкәс кенә сағында, ул да баҡсаға йөрөгән, донъяны кескәй күңеле аша ҡабул итеп, үҙенсә фекер йөрөткән. Хисле, моңло булып үҫкән ул. Тарихҡа бай тыуған Темәсе, данлы Һаҡмар буйҙары моңландырған тырыш ҡыҙҙы. Музыкаға һөйөү осҡондары тыуған йортонда ла ҡабынған. Атаһының аһәңле ҡурай моңдарын, әсәһенең матур тауышын тыңлап үҫкән Алһыу бәләкәйҙән йәшәү йәмен музыкала күргән.
Утыҙ биш йыл дауамында бер урында эшләү, яратҡан һөнәреңә тоғро ҡалыу – күптәр өсөн бойомға ашмаҫтай хыял. Алһыу Баймырҙина өс тиҫтәнән ашыу йылда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, иң мөһиме – балаларҙың, ата-әсәләрҙең, хеҙмәттәштәренең ихтирамын, һөйөүен яулаған. Уның тәүге сығарылыш балалары бөгөн үҙ сабыйҙарын баҡсаға йөрөтә. Музыкаль етәкселәрен онотмайҙар, ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. Алһыу Ғимал ҡыҙының фиҙакәр, намыҫлы хеҙмәте мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, мәғариф бүлеге тарафынан маҡтау грамоталары менән баһаланған, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән исем дә бирелгән.
Бәләкәстәрҙе бөтә йөрәге менән ярата, уларҙың эске донъяһын аңлай музыкаль етәксе. Йыр-моңдо, тәбиғәт тауыштарын бәләкәйҙән тойорға өйрәнгән сабыйҙың киләсәктә мәрхәмәтле, изге күңелле булып үҫеренә ихлас ышана. Төрлө халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен өйрәтә, музыка ҡоралдарында оҫта уйнай һәм улар менән балаларҙы ла таныштыра. Тәрбиәләнеүселәре конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Алһыу Ғимал ҡыҙы халыҡ ижадына, фольклорға ҙур иғтибар бирә. Кескәйҙәр төрлө халыҡ мәҙәниәтен, тарихын белеп үҫергә тейеш, ти.
Алһыу Баймырҙина 2-6 йәшлек балалар менән шөғөлләнә, әле уның ҡарама­ғында бөтәһе алты төркөм. Бәләкәйҙән уларҙың музыка телен өйрәнеүе ҡыуаныслы. Аралашыу хәрәкәт, аккорд, мимика ярҙамында ла бара.
Алһыу Ғимал ҡыҙы – бәхетле әсәй һәм һөйөклө ҡатын. Ире Ураз Хөснетдин улы менән бына инде 32 йыл татыу ғүмер итәләр, ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уларҙың хәҙер үҙ ғаиләһе бар. Ике ейәндәре, бер ейәнсәрҙәре үҫеп килә.
Алһыу Баймырҙинаны ҡылыҡһырлағанда матур маҡтау һүҙҙәрен генә теҙге килә: мөләйем, һөйкөмлө, йомшаҡ күңелле, кешелекле, ярҙамсыл, етди, ышаныслы... Фәҡәт ошондай сифаттарға эйә кешеләр генә балаларға яҡшы тәрбиә бирә ала.

Нурзилә ҺӨЙӘРҒОЛОВА,
“Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.



Вернуться назад