Кәмә ҡомға терәлде29.03.2016
Башҡортостан йылға пароходлығының финанс хәле шәптән түгел – кәмә ҡомға төртөлдө. Предприятие артабан үҙ юлынан йөҙөп китһен өсөн нимә эшләргә? Контроль-иҫәп палатаһында уның бөгөнгө торошо тикшерелде, килеп тыуған хәлдән имен сығыу юлдары эҙләнде.
Предприятие “Өфө”, “Бөрө” йылға порттарын, Суднолар төҙөү һәм ремонтлау заводын, “Элемтә узелы”н берләштерә. Улар пассажирҙар йөрөтөү, йылғанан ҡырсынташ сығарыу, йөк ташыу, туристар өсөн хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнә.
Ултырышта билдәләнеүенсә, пароходлыҡ техникаһының 60 проценты самаһы иҫкергән. Шул сәбәпле былтыр уларҙың бары 43 проценты ғына файҙаланылған. Улары ла табыш килтерәһе урынға аҡса туҙҙырыуҙы кәсеп итеп алған. Мәҫәлән, предприятиела ҡулланылған 45 берәмек транспорттың ни бары 18-е килем килтерә. Ҡалғандары 38 миллион һум аҡсаны “һыуға ағыҙған”. Былтыр ғына эшләмәгән техниканы тотоу өсөн 4,4 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Йәнә тикшереү ваҡытында 570 мең һумға торошло бер судноның юҡҡа сығыуы асыҡланған. Баҡһаң, ул Затон акваторияһында һыуға батырылған...
Предприятиела бурыстар артҡандан-арта. Ул былтыр туғыҙ айҙа ғына ла ике тапҡырға үҫеп, 199 миллион һум тәшкил иткән. Ҡаҙнаға бурыс, йәнә башҡа түләүҙәр йыйылған.
Тикшереү барышында бухгалтерия отчеттарының хаталы булыуы асыҡланған. Мәҫәлән, һатылмаған тауар – һатылған, килем алынған, тип күрһәтелгән. Ғәмәлдә иһә улар үҙҙәре бурыслы булып ҡалған.
Предприятиеның яңы етәксеһе Азат Сәйфетдинов былтыр декабрҙә генә эш башлаған. Ул әле нимә менән мәшғүл булыуы хаҡында һөйләне.
– Хәл ауыр, шулай ҙа эш хаҡы буйынса бурысты ҡапланыҡ. Әле саралар планын төҙөнөк. Йылды бурысһыҙ тамамларға уйлайбыҙ. Әле навигацияға әҙерләнәбеҙ, һалымдарҙы түләрбеҙ тип ышанам. Ремонт эштәренә ҙур сығымдар кәрәк. Бер судноны йүнәтеү өсөн генә лә 6-9 миллион һум аҡса талап ителә, – тине ул.
Ҡомға терәлгән кәмәне нисек һөйрәп сығарырға? Был йәһәттән кәңәшмәлә байтаҡ тәҡдимдәр булды, предприятиены бөлгөнлөктән ҡотҡарыуҙы көрсөккә ҡаршы Хөкүмәт планына индереү зарурлығы билдәләнде. Берәүҙәр иҫке судноларҙы тимер-томорға һатырға тәҡдим итте.
Бәлки, Йомағужа кеүек һыу һаҡлағыстарҙа һыу туризмын үҫтерергә кәрәктер? Ҡунаҡханалар асып, халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ла мөмкин. Йылға, күл буйҙарында балаларға һаулығын нығытыу өсөн Мәғариф министрлығы менән берлектә эш алып барғанда...
Кәмә ҡомға терәлде. Уны һөйрәп сығарырға ҡөҙрәт етерме?