Капремонтҡа хаҡ артмаясаҡ29.03.2016
Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнәнең минималь күләме артмаясаҡ. Әлеге ваҡытта бер квадрат метр өсөн иғәнәнең иң түбән күләме алты ҡатҡа тиклемгеләрҙә — 5,2, алты ҡаттан күберәктәрҙә 5,8 һумға тиң.

Башҡортостан Төбәк операторының генераль директоры Борис Герасимов бил­дә­ләүенсә, төбәктә иғәнә йыйыу күрһәткесе ярайһы уҡ юғары. Мәҫәлән, быйыл ғинуарҙа ул 96 процентҡа еткән, февралдә — 72 процент. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса был һан 83,7 процент тәшкил иткән.
— Ай һайын 230 миллион һум самаһы аҡса йыйырға планлаштырабыҙ. Мәҫәлән, былтыр күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү өсөн яҡынса 2,5 миллиард һум йыйылды, шуның 2,3 миллиарды үҙләштерелде. Аҡсалар капиталь ремонтҡа ғына йүнәлтелә, — тине Борис Герасимов.
2016 йылда республикала кәм тигәндә дөйөм майҙаны 4,1 миллион квадрат метрлыҡ 1063 күп фатирлы йортто ремонтлау ҡаралған. Аҡса күләме — 2,456 миллиард һум. 170 мең самаһы кеше йәшәү шарттарын яҡшыртырға тейеш.
Былтыр капиталь ремонт үткәреүҙең ҡыҫҡа ваҡытлы планына 948 йорт индерелгән. Ысынында иһә дөйөм майҙаны 4 миллион квадрат метрлыҡ 1012 йортта ремонт башҡарылған.
Компенсация түләү тәртибен раҫлағандан һуң халыҡты социаль яҡлау органдары уны түләү менән шөғөлләнәсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: закон 2016 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла һәм ошо йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була. Шуға ярашлы, компенсация 2016 йылдың 1 ғинуарынан йыл аҙағынаса тиклем түләнәсәк.


Вернуться назад