Ҡоролтай яңыртылды29.03.2016
Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы уҙҙы, унда йәмәғәт ойошмалары берлегенең идара итеүселәр составы яңыртылды. Баш ҡалаға Ҡаҙағстан, Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь, Татарстан, Свердловск, Силәбе һәм Ҡурған тарафтарынан башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре килде. Ҡарарҙар асыҡ тауыш биреү юлы менән ҡабул ителде.

Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һайланды. Ул — быға тиклем башҡарма комитет аппаратына етәкселек иткән Вельмир Аҙнаев. Билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова икенсе урынбаҫар итеп һайланды.
Шулай уҡ комиссиялар раҫланды. Урын­дағы үҙидара, ер мөнәсәбәттәре, хоҡуҡ, эшҡыуарлыҡ һәм туризм мәсьәләләрен Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов күҙәтәсәк. Республикала һәм Рәсәйҙән ситтә йәшәгән башҡорттар менән эшләү өсөн философия фәндәре докторы, БДУ-ның философия һәм социология факультеты деканы Ғәфүр Сәлихов етәкселегендәге комиссия яуап бирәсәк.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт мәсьәләләрен хәл итеү Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаровҡа йөкмәтелде. Мәғариф һәм фән буйынса комиссия рәйесе итеп педагогия фәндәре кандидаты, Башҡорт­остандың «Аҡ тирмә» милли мәҙәниәттәр үҙәге» йәмәғәт берләшмәһе идараһы ағзаһы Вәкил Хажин һайланды. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияны филология фәндәре кандидаты, Башҡорт­остандың Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяров етәкләйәсәк.
БДУ-ның тарих факультеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев башҡорт халҡының тарихы мәсьәләләре буйынса комиссия етәксеһе итеп тәғәйенләнде. БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм рухи мираҫы буйынса комиссия рәйесе итеп һайланды.
Демография, ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре менән «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева шөғөлләнәсәк. Дини ойошмаларҙың эшмәкәр­леген күҙәтеү Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫлановҡа йөкмәтелде. Республиканың Журналистар союзы рәйесе, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комиссия рәйесе итеп һайланды.
Башҡарма комитет ултырышында шулай уҡ яңы структуралар — башҡорт йәмәғәт берекмәләре, йәштәр ойошмалары менән эшләү буйынса координация советтары һәм Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт саралары советы — ойошторолдо. Бынан тыш, Аҡһаҡалдар советы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты советының яңы составы раҫланды. «Ҡоролтай» гәзите булдырылды, ул республика гәзиттәренә ҡушымта рәүешендә донъя күрәсәк.


Вернуться назад