Тантаналарға бай көн29.03.2016
Тантаналарға бай көн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте йортонда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән тармаҡ алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Сәнғәт әһелдәренә юғары дәүләт наградаларын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.

– Тап һеҙҙең еңел булмаған эшегеҙ һәм көндәлек хеҙмәтегеҙ арҡаһында республикалағы мәҙәниәт тураһында ғорурланып һөйләй алабыҙ. Мәҙәниәт, сәнғәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәр дәүләттең үҫешенә ҙур өлөш индерә, — тип ҡотланы ул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен.
Сәнғәт әһелдәре үҙҙәре дәүләт наградаларын яңы баш­ланғыстарға этәргес тип ҡабул итә. Ышанысты күркәм эштәрең менән аҡларға кәрәк, ти улар. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле композитор Нур Дауытов та бар ине – моң эйәһе “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Тантана тамамланыу менән Салауат Сәғитов икенсе залда йыйылған әсәләр янына ашыҡты.
Был донъяла кеше өсөн әсәйҙән дә яҡыныраҡ кеше, тыуған өйҙән дә ҡәҙерлерәк урын юҡ. Әлеге залға йыйылыусыларҙы иһә ысын мәғәнәһендә геройҙарға тиңләргә мөмкин. Улар заман ауырлыҡтарынан ҡурҡмай, биш һәм унан да күберәк балаға ғүмер биргән, сабыйҙарын тыуған төйәгенең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү өсөн бөтә көсөн, күңел йылыһын һала.
– Республикабыҙҙа күп балалыларға юғары награда тапшырыла башлауға — 18 йыл. Бөгөн «Әсәлек даны» миҙалы эйәләре ете меңдән ашыу. Төбәктә күп балалы әсәләр артыр тип ышанғы килә. Ғалимдарҙың тыуымдың ҡырҡа кәмеүен күҙаллауына ҡарамаҫтан, республикала хәл икенсе: беҙҙә тыуым үлемдән күберәк. Был күп осраҡта һеҙгә бәйле, сөнки биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләү бурысын үҙ иңегеҙгә алғанһығыҙ. Республиканың власть органдары балаларығыҙ ныҡлы аяҡҡа баҫһын, ысын кеше булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк, — тине, әсәләрҙе ҡотлап, Салауат Сәғитов.
Бүләкләнеүселәр араһында — республиканың 25 районы вәкилдәре. Балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ашнаҡсылар, уҡытыусылар, һатыусылар, малсылар, операторҙар, лаборанттар, хужабикәләр... Был ҡатындар кем генә булып эшләмәһен, уларҙың төп статусы — күп балалы әсә.




Вернуться назад