Инәлтеп, икеләнеп тормай был яҡта буран – кинәнеп ҡотора. Ҡышты ебәргеһе килмәгән аҡман-тоҡман айырыуса әрһеҙ. Туҡтауһыҙ һыҙғырып, ашыға-ашыға юлдарҙы яңынан ҡарға күмә, ағастарҙы шәлгә нығыраҡ урай, уянырға теләгән ерҙең юрғанын кире ҡымтып яба... Иртәнсәк тә тынырға иҫәбе юҡ. Бына, аҡ ҡойон уйнатып, ҡаршыбыҙға “УАЗ-Патриот” машинаһы килеп туҡтаны. Иҫке Бәпес ауылынан фермер Рәйеф Хәлитов үҙе икән.
– Буран һаман ҡоторғас, ҡаршы сыҡтым әле, – тине ир-уҙаман. – Әйҙәгеҙ, минең арттан!Өлгөрҙәр өйҙә ултырмайИҫке Бәпес борон Табын ырыуында иң ҙур аҫаба башҡорт ауылдарының береһе булған. Көс-ғәйрәте һаман да ташып тора уның. Урамдары киң, йорттары бейек, заманса. Алыҫтан ағарып күренгән ҡая төйәктең ҡеүәтен тағы ла арттырғандай.
– Шул тау янында – тыуған ауылым Абдулла. Бәләкәй генә булһа ла, лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтергән төйәк ул, – тип ҡуйҙы ғорурлыҡ менән Рәйеф ағай. – Әсәйем, Аллаға шөкөр, иҫән. Төп нигеҙҙә ҡустым Радик һәм уның ғаиләһе менән бергә йәшәй. Ауылымда 30-лап йорт ҡалды, халыҡтың күпселеге – өлкәндәр. Юҡ, һеҙ мине тыуған төйәген ташлаған икән тип уйлап ҡуймағыҙ. Абдулла менән Иҫке Бәпестең араһы яҡын ғына, көнөнә әллә нисә мәртәбә ҡайтып әйләнәм. Хужалыҡтың гаражы ла шунда. Эште ҡустым Радик менән бергә 13 йыл элек асҡайныҡ. Хәҙер инде 400 гектар самаһы еребеҙ бар. Унда игенселек менән шөғөлләнәбеҙ, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәбеҙ. Келәт – бында, минең йорт янында.
Иртәнең буранлап тороуына ҡарамаҫтан, ауылдың уңған халҡы байтаҡ эшен башҡарып өлгөргән инде. Рәйеф Рәжәп улының ҡатыны ла, яңы һауылған һөттө – шешәләргә, ҡаймаҡты банкаларға тултырып алып, автобусҡа ашыҡты. “Тиҙ генә район үҙәгенә барып киләйем, – тине уңған хужабикә. – Килтергәнеңде хәтәр тиҙ алып бөтәләр ул. Бармаһаң, үпкәләйҙәр хатта, шылтырата башлайҙар”.
Келәттә иһә егеттәр иген таҙарта. Ашлыҡ тейәү машинаһын көтәләр. Хужалыҡтың икенсе етәксеһе – Радик Рәжәп улы – Абдулланан трактор менән килеп етте.
– Бурандан юл тағы ҡапланды, ағай, – тип хәбәр итте ул. – Егеттәр бөгөн гаражға ремонтҡа бармай торор. Келәттә лә эш күп.
Туғыҙ тула,
ваҡыт уҙа инеХәлитовтар ғаиләлә дүрт бала үҫкән. Малсылыҡта эшләгән аталары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡырҡ йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күскәс, донъя йөгө әсәләренең иңенә ятҡан.
– Миңә, ғаиләләге өлкән балаға – 14, кинйә ҡустыбыҙ Радикка өс кенә йәш ине, – тип хәтеренә төшөрҙө ул осорҙо Рәйеф ағай. – Беҙҙе туйындырыу өсөн әсәй йәйгеһен көнө-төнө сөгөлдөрҙә эшләй, башҡа миҙгелдәрҙә фермала бил бөгә. Уның төп таянысы икәнемде белеү, туғандарымдың киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоу тормошомдо ауылға ныҡлы бәйләне. Башҡа урында ла, һис шикһеҙ, юғалып ҡалмаҫ инем. Ни өсөн тигәндә, уҡыуға зирәк булдым, математиканы һәйбәт белдем. Хәтерем шәп ине. Мәҫәлән, өйҙә ятлау өсөн бирелгән шиғырҙы иртәнсәк дәрескә килгәс кенә ҡабатлай ҙа шунда уҡ отоп ала торғайным. Ошондай һыҙаттарым Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡығанда ла, аҙаҡ колхозда механик, баш инженер булып эшләгәндә лә ярҙам итте. Отҡорлоғомдоң, иҫәп-хисапҡа шәплегемдең әһәмиәте хәҙер айырыуса ҙур. Фермер бит баҫыуҙа, мал араһында ғына йөрөмәй. Башҡа йүнселдәр, халыҡ менән бәйләнеш ҡора белеү, документ эшен дөрөҫ алып барыу айырыуса мөһим. Төрлө дәүләт программаларында ҡатнашыу ҙа белем талап итә.
Рәйеф Рәжәп улы, ғөмүмән, заманса тормош яҡлы.
– Элек, колхозда эшләгәндә, иртәнсәк контораға килә лә етәксенән күрһәтмә көтөп ултыра торғайныҡ, – ти ул. – Туғыҙ тула, ваҡыт уҙа... Хәҙер иһә, үҙең өсөн эшләгәс, бер минутты ла бушҡа үткәрге килмәй. Айырыуса иртәнге ваҡыт ҡәҙерле. Таң менән сыҡһаң, юл уңыр, ти бит халыҡ. Күңел асыу саралары ла кәмене. Эштәге һәр уңыш үҙе байрам ул.
Бәхетен ситтә эҙләгәндәрҙе хупламайым. Таныштарым араһында ундайҙар, мәҫәлән, ҡалала төҙөлөштә эшләгәндәр байтаҡ. “Күпме хеҙмәт хаҡы алаһың инде?” – тип ҡыҙыҡһынып һораным кисә генә береһенән. “20 – 25 мең һум”, ти. Ә бит фатирҙа торған өсөн түләргә, ашарға алырға, юлда йөрөргә кәрәк. Бөтөн эш хаҡы шуларға ғына китеп тора тигән һүҙ. Өҫтәүенә ел үтә һуҡҡан урында торғанлыҡтан, һаулыҡ ҙур зыян күрә. Ҡартлығы шатлыҡ булырмы был кешенең?
Ауылда бит хәҙер иң ҡиммәтле байлыҡ – ер – бар. Мәҫәлән, биш баш үгеҙ аҫрап йәшәргә лә мөмкин. Көҙ уларҙың икәүһен үҙеңә һуғым итәһең, йәнә икәүһен һуйып һатаһың, берәүһен иһә быҙауҙарға алмаштыраһың. Төҙөлөштә бер йыл бил бөккәндән арттырған һумдарың күләмендәге аҡса кеҫәңә инеп тә ята. Етмәһә, көнө буйы тышта туңып йөрөмәйһең, өйөңдә йоҡлайһың, ашайһың, яҡындарыңдың янында булаһың, тыуған ереңдең киләсәген хәстәрләйһең.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малын бөтөнләй бөтөрөп, өйҙә телевизорға, компьютерға текәлеп йәшәгәндәр һәр ауылда осрап тора. Улай сит хәстәрҙәр менән көн итеү үҙеңә ҡул һелтәүҙе аңлата түгелме? Малы булмаған, тимәк, эшһеҙ кешенең йәшәүгә дәрте буламы?
Башҡаларҙы туйындырырлыҡ көсөбөҙ барУл арала келәт эсенә ашлыҡ тейәгес машина килеп туҡтаны.
– Ауырғазынан Риф Ишморатов, – тип таныштырҙы беҙҙе уның менән Рәйеф Рәжәп улы. – Ярҙам һораһаң, гелән шулай тиҙ арала килеп етә.
– Бәй, төп башҡорт гәзите редакцияһынан икәнһегеҙ, – тип ҡыуанып китте татар милләтле яңы танышыбыҙ. – Заманында, почтальон булараҡ, “Совет Башҡортостаны”н Талбазынан ауылға көн дә тоҡлап ташыным бит мин. Халыҡ шул ҡәҙәр күп яҙыла торғайны! Юлда гәзитте үҙем дә ҡыҙыҡһынып уҡыр инем. Башҡортса яҙырға ла өйрәндем мин уның ярҙамында. Оҫта һөйләшәм дә. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтәмме?
Ихлас күңелле, алсаҡ ағай бөгөнгө ҡайһы бер йәштәрҙең заманса йортоноң тышына почта йәшниге лә элмәүе, ауылдарға милли гәзит-журналдың бармаҡ менән генә һанарлыҡ килеүе, күптәрҙең үҙе өсөн генә йәшәүе, матди хәлен барлыҡ ҡиммәттәрҙән өҫтөн ҡуйыуы, киләсәген уйламауы хаҡында ҙур борсолоу менән һөйләп алды. “Йүнселдәр ҙә үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуҙан ары торорға тейеш, – тип белдерҙе Риф Ишморатов. – Халыҡты уйлаған кешенең генә юлы хаҡ булыр”.
Рәйеф Рәжәп улы дуҫының һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
– Импортҡа алмаш булдырыу осоронда халҡың мәнфәғәтен алға ҡуйыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, – тине ул. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конкуренция элеккесә ҙур булмағанлыҡтан файҙаланып, киреһенсә, ауыл хужалығы тауарының хаҡын күтәреүселәр осрап тора. Беҙҙә генә түгел был, тотош илдә шулай. Алтын урталыҡҡа ынтылмаһаҡ, бер-беребеҙҙе аңларға, ҡеүәтләргә тырышмаһаҡ, уҙышыуҙы өҫтөн һанаһаҡ, “үҙебеҙҙе үҙебеҙ туйындырыу” маҡсаты тормошҡа ашырмы? Ә бит Рәсәй – шул ҡәҙәр үҙенсәлекле төбәк. Беҙҙә үҙебеҙҙе генә түгел, хатта башҡа илдәрҙе туйындырырлыҡ шарттар бар. Тик эште дөрөҫ ойоштороу, аҡсаны аныҡ маҡсатта ҡулланыу, һанарға өйрәнеү, ерҙең үҙенсәлектәрен белеү мөһим. Октябрь революцияһына тиклемге экспорт структураһынан күренеүенсә, унда күпселекте ауыл хужалығы продукцияһы тәшкил иткән бит. Парижда беҙҙең илдең майы һатылғаны хаҡында мәғлүмәт минең өсөн айырыуса ҡыҙыҡ. Боронғолар эшләгәнде булдыра алмайбыҙмы ни?
– Бының өсөн, ағай, беләһең, беҙгә заман технологиялары кәрәк, – тип һүҙгә ҡушылды Радик Рәжәп улы. – Ә был йәһәттән алдынғылар рәтендә түгелбеҙ. Көнбайышта күптән файҙаланылған технологияларҙан артта ҡалған хәлдә лә, ауыл хужалығы продукцияһының сифатын тәьмин итерлек үҙебеҙҙең алымдарҙы уйлап сығарырға кәрәк тип иҫәпләйем.
Өҫтәүенә беҙҙә климат шарттары ла ҡатмарлы. Мәҫәлән, Яңы Зеландиялағы кеүек йыл дауамында йәй, шулай уҡ һоҡланғыс көтөүлектәр булһа, уларға һөтсөлөк буйынса конкуренция ойоштора алмаҫ инекме ни?
“Ҡара тупраҡты
вагонлап ташығандар...”Һоҡланғыс көтөүлектәр тигәндән, ерҙең уңдырышлылығын һаҡлау мәсьәләһе лә борсой фермерҙарҙы.
– Беҙҙең Рәсәй ҡара тупраҡҡа бай. Быны илебеҙҙең ғорурлығы, милли байлығы тип атарға мөмкин, – ти Рәйеф Рәжәп улы. – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла бит немецтар Рәсәй еренән, башҡа ҡиммәтле әйберҙәр менән бер рәттән, ҡара тупраҡты үҙҙәренә вагонлап ташыған. Был байлығыбыҙ боронғо яҙмаларҙа ла иҫкә алынған, халыҡты туйындырыусы тип аталған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуыҡҡа ла, ҡойма ямғырға ла, ҡоролоҡҡа ла, елгә лә бирешмәҫ ҡара тупрағыбыҙ кәмегәндән-кәмей. Бының сәбәбе – ерҙе зарарлау, дөрөҫ тәрбиәләмәү, насар экология эҙемтәһе. Ә ҡара тупраҡты яһалма булдырыу мөмкин түгел. Тәбиғәттә меңәр йылдар дауамында, йылы һәм дымлы климат шарттарында барлыҡҡа килә бит ул. Үҙенсәлектәрен бер ниндәй минераль һәм органик ашлама ла алмаштыра алмай.
Рәйеф Рәжәп улы ерҙең уңдырышлылығын һаҡлауға бәйле мәғлүмәттәр менән таныша бара.
– Һуңғы йылдарҙа, һөрмәй эшкәртеү тупраҡта эрозия барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә, органик углевод кимәлен арттыра, дымды һаҡлау һәләтен яҡшырта, тип иҫбатлайҙар. 2012 йылда күрше төбәк фермерҙары, ошо ысулды файҙаланып, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҙур уңыш йыйып алды, – ти фермер. – Әлбиттә, һәр урындағы ерҙең үҙенсәлектәре бар, шуға фекерҙәр ҙә төрлө. Беҙ иһә ерҙе бер йыл һөрәбеҙ, икенсеһендә тупраҡтың өҫкө ҡатламын ғына эшкәртәбеҙ. Һөҙөмтәлә дым күберәк була. Йыл да ашлама ҡушып сәсергә тырышабыҙ. Репродукцияны яңыртып торабыҙ. Быйыл, Аллаһ бирһә, баҫыуҙың бер өлөшөндә еләк тә үҫтереп ҡарамаҡсыбыҙ.
Ерҙе тәрбиәләүгә, тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлауға ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Был – ауыл хужалығында төп шарт. Ер – иң ҙур байлығыбыҙ, унһыҙ бер ни эшләп булмай.
Хәлитовтар быйыл баҫыуҙарына тулыһынса элиталы орлоҡ сәсергә йыйына. Уларҙы субсидия иҫәбенә Илештән алғандар. Урындағы район хакимиәтенең шулай дәүләт программалары буйынса һәр саҡ ярҙам итергә әҙерлеге, ыңғай мөнәсәбәте менән ҡәнәғәт фермерҙар.
* * *
Келәттә иген таҙартыуҙы дауам иткән егеттәргә яңы күрһәтмәләрен биргәс, ағалы-ҡустылы Хәлитовтар өй яғына ыңғайланы.
– Эй, ағай, ҡаҙҙырған күлеңдең боҙо ирей башланы бит. Сәкән һуҡмай нисек түҙерһең икән? – тип мәрәкәләне Радик.
– Уның байы, “Салауат Юлаев” менән бергә уйнаған кеүекбеҙ бит! – тип йәнләнеп китте ағаһы. – Бына бөгөн – сираттағы матч. Командабыҙ Гагарин кубогын алһа, һис шикһеҙ, иген дә мулыраҡ булыр! Бер уңыш икенсеһенә юл яра бит.
Радик баш ҡағып ҡуйҙы. Ағай эргәлә икән, ышаныс та, дәрт-дарман да янда шул. Йырҙа әйтелгәнсә,
“Тормош елдәренә ҡаршы тороу
Һин булғанға, ағай, еңелерәк”.
Нигеҙенә туғанлыҡ көсө һалынған берҙәм эште, уртаҡ маҡсаттарҙы, изге хыялдарҙы бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа, насар һауа шарттары ла, шул иҫәптән әрһеҙ аҡман-тоҡман да еңә алмаҫ.