Рөстәм Хәмитов: “Һынау әҙерлек талап итә”29.03.2016
Рөстәм Хәмитов:  “Һынау әҙерлек талап итә” Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында ташҡынға ҡаршы штабтарҙың эшмәкәрлеге менән танышты һәм яҙғы һынауға әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Иң элек төбәк етәксеһе яһалма ҡоролмаларҙы төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу идаралығына юлланды. Бында ул баш ҡаланың Киров районындағы ташҡынға ҡаршы штабтың эшен тикшерҙе.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе Олег Котов әйтеүенсә, әле ике биҫтәне һыу баҫыуы ихтимал. Уларҙың тәүгеһендә – “Кооперативная поляна”ла – 1 301 йортта 3 900 кеше йәшәй, “Өсөнсө пристань” тигәнендә 49 йортта 242 кеше көн күрә. Ошо көндәрҙә һәр йортҡа йөрөп, иҫкәрмә ҡағыҙҙары таратылған. Халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 3 700 кешегә иҫәпләнгән 35 пункт әҙерләнгән.
Республика Башлығының мөлкәтте страховкалау тураһындағы һорауына яуап итеп, Олег Котов: “Ташҡындың көслө булыуын белһә лә, страховка компаниялары уға ҡарата әллә ни ҡыҙыҡһыныу белдермәй”, – тип яуапланы.
– Мәсьәләне иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Страховкалаусылар ошо йүнәлештә эш алып барырға тейеш. Көслө ташҡын 10-15 йылға бер тапҡыр була торған күренеш бит, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы ташҡынға ҡаршы сараларҙы тәьмин итәсәк көстәрҙең әҙерлеген баһаланы, биҫтәләргә яҡын булған яр буйҙарын ҡарап сыҡты.
“Өфө” йылға портының Нижегородка йөк терминалында Рөстәм Хәмитов баш ҡаланың Ленин районындағы ташҡынға ҡаршы штаб эшмәкәрлеге менән танышты, Нижегородка биҫтәһендәге яр буйында булды.
Район хакимиәте башлығы Альбина Йосопова билдәләүенсә, быйыл Нижегородка, Затон биҫтәләрен һәм Козарез утрауын һыу баҫыуы ихтимал. Әле был биләмәләрҙә әҙерлек саралары тамамланған. Нижегородкала һыу баҫыу зонаһына 577 йорт инә. Бында ташҡынға ҡаршы өс штаб асылған.
– Иң мөһиме – кешеләр менән эшләргә, хәлде аңлатырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. Тиҫтә йыл инде ҙур һыуҙың булғаны юҡ. Шуға ла тынысланып ҡалдыҡ. Быйыл иһә һыу кимәле мотлаҡ 8,5 метрға етәсәк тигән һүҙ юҡ. Ләкин көндәрҙең ҡырҡа йылытыуы, яуым-төшөм, гидроҡорол­маларҙың көсөргәнешле эшләүе ҙур ташҡынға килтереүе ихтимал. Быға әҙер булырға кәрәк.





Вернуться назад