Ғаилә тормошон матур алып барыу менән бер рәттән эшендә тырышлығы, уңғанлығы яғынан айырылып торған гүзәл заттарға һәр саҡ һоҡланабыҙ. Ахман ауылы китапханасыһы Ирина Купцоваға ла ошондай күркәм сифаттар хас.
Мәктәп йылдарында уҡ ул яҡшы уҡыуы, ойоштороусы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Мәктәпте тамамлағас, уны пионервожатый итеп тәғәйенләйҙәр.
1986 йылда ул китапханасы булып эшләй башлай. Ситтән тороп Өфө китапханасылар техникумын тамамлай. Йылдар дауамында Ирина үҙ һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнә, эшен еренә еткереп һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Хәҙерге ваҡытта китап уҡыусылар әҙәйә тигән фекер йөрөһә лә, Ирина Николаевна 25 йыл уңышлы эшләгән Ахман китапханаһынан кеше өҙөлмәй. Уның мөләйемлеге, һәр кем менән уртаҡ тел табыуы барыһын да һоҡландыра. Тормош иптәше Николай ҙа бында, мәҙәниәт йортонда, художество етәксеһе булып эшләй.
Былтыр Ахман ауылы китапханаһы Башҡортостан Республикаһының әҙәби картаһын төҙөү буйынса “2011 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапханаһы” республика конкурсында беренсе урынды ала һәм моделле китапхана булып эшләй башлай.
Учреждение яңы ҡорамалдар, компьютер һәм күсермә яһау техникаһы менән тәьмин ителгән, Интернетҡа тоташтырылған. Мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, Купцова һәр төрлө байрам, кисәләрҙе әҙерләүҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Китапханасы үҙе лә халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы, фәһемле тәрбиәүи саралар үткәрергә тырыша.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә өлгөрә Ирина. Тормош иптәше менән өс тиҫтә йылдан ашыу гөрләтеп донъя көтәләр. Егәрле Купцовтарҙың йорто тулы гөл, бөтә ерҙә — сәскә, кәртә-ҡураһы тулы — мал, ҡош-ҡорт. Себер яҡтарында йәшәгән ике балалары — Евгений менән Олег та, килендәре, ейәнсәре лә “әсәй” тип өҙөлөп тора.
— Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете, иң беренсе сиратта, ҡорған ояһында — ғаиләһендә. Балаларҙың миңә һәм атайҙарына ҡарата булған иғтибарын, күрһәткән изгелектәрен бер нәмә лә алмаштыра алмай, — ти Ирина Купцова.
Лира ГӘРӘЕВА.
Баҡалы районы.