Милләтенә хеҙмәт итә07.03.2012
Милләтенә хеҙмәт итәШундай кешеләр була: үҙҙәренең самаһыҙ баҫалҡылығынанмы, күҙгә бик салынып бармайҙар. Баш баҫып илгә, милләткә хеҙмәт итәләр, иңенә төшкән һынауҙарҙы ла өнһөҙ-тынһыҙ ғына үткәреп, бүтәндәргә, яҡындарына изгелек өләшәләр.
Тәбиғәт уларға төплө аҡыл, һәләтте, күркәм холоҡ-ҡылыҡты, нәзәкәтлелекте йәлләмәй бирә.
Мин һөйләйәсәк гүзәл зат Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты доценты, башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, V—XI кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре авторҙарының береһе, яҡташым Зәкиә Ғәбитова булыр.
Ул сатлама һыуыҡ көндәрҙең береһендә Мәләүез районының Үрге Таш ауылында кинйә бала булып донъяға килә. Сабый Муллағәле Ҡорбанғәле улы һәм Мөкәрәмә Ҡасим ҡыҙы ғаиләһенә шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәп үҫә. Тәүге белемде Һәргәй башланғыс мәктәбендә алһа, артабан Нөгөш урта мәктәбендә дауам итә.
Ғаиләлә алты бала үҫәләр, ләкин яҙмыш уны бер ҙә иркәләмәй. Көтмәгәндә, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, уның иң яҡын кешеһе — әсәһе ауырып, яҡты донъяларҙы ташлап китә. 15 йәшлек һылыу ҡыҙҙың был яралары уңалып өлгөрмәй, атаһы ла фани донъя менән хушлаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләһе, яҡындары өсөн өҙөлөп торған ата-әсәгә яҙмыш балаларының үҫеп, кеше булғанын күрергә насип итмәй.
Бөгөлөп төшөр саҡтарҙа ла сабырлыҡтар һаҡлап түҙергә кескәй Зәкиәгә әсәһенең һеңлеләре, бер туған апай-ағайҙары көс бирә.
IX—X кластарҙы ул В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында уҡый. Уны уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының урыҫ-башҡорт бүлегенә инә. Тормошта үҙ һөнәрен, үҙ урынын табыуҙың еңел генә бирелмәүен йәш ҡыҙ бында уҡығанда тағы ла тәрәнерәк төшөнә. Һәр саҡ баҫалҡы, намыҫлы, тырыш Зәкиә һынатмай, яҡындарының ышанысын аҡлай. Күңелле студент тормошо артта ҡала. Үҙаллы хеҙмәт башлана.
1984–1988 йылдарҙа урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләһә, 1998 йылдан бирле Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белемен күтәреү өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә. Башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы уҡыу йылы әйләнәһенә туған тел уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу буйынса 25–30 курс уҙғарып, 800-гә яҡын мөғәллимдең белемен камиллаштыра. Алдынғы туған тел уҡытыусыларының эш тәжрибәһен уртаҡлашыу, таратыу өсөн дә күп көс һалына. Уҙғарылған һәр бер курста уҡытыусылар тарафынан оҫталыҡ кластары, практик эштәр үткәрелә. Ошо 14 йыл эсендә ул институттың өлкән уҡытыусыһынан башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдиренә саҡлы күтәрелде. Филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙарына, 2008 йылда “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының лауреаты исеменә лайыҡ булған. V—XI кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре авторҙарының береһе. 130-ҙан ашыу ғилми мәҡәлә, шулай уҡ 35 методик ҡулланма һәм бик күп методик йыйынтыҡ уның авторлығында донъя күрә.
Зәкиә Муллағәле ҡыҙы етәкселегендәге кафедра хеҙмәткәрҙәре заман менән бергә атлай. Дөйөм белем биреү учреждениеларына федераль стандарттар индереү шарттарында туған тел уҡытыусыларына методик, практик ярҙам күрһәтеү йәһәтенән уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курстарынан тыш, курстар, видеосеминарҙар, видео-консультациялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үтеп тора һәм шәхсән курс үтеү өсөн дистанцияла мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан даими ойошторолған интернет-педсоветтарҙа, йыл һайын уҙғарылған “Уҡытыусы-мастер”, “Педагог-эҙләнеүсе” һәм башҡа сараларҙа туған тел уҡытыусыларының ҡатнашыуҙарын әүҙемләштереү өсөн күп эш башҡарыла. Зона, район, ҡала, мәктәп кимәлендә кафедра хеҙмәткәрҙәре ҙур теләк менән туған тел уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтә һәм уҡытыуҙың сифатын яҡшыртыу буйынса практик эштәр алып бара, саралар үткәрә. Уҡытыусыларҙы ғилми-методик яҡтан үҫтереү йәһәтенән республикабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә әленән-әле тәжрибә майҙансыҡтары асылып тора, ә эшләп килгән майҙансыҡтар кафедра хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү өсөн эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр алып бара, һөҙөмтәләр айырым методик кәңәш, йыйынтыҡтар формаһында нәшер ителә.
Шул уҡ ваҡытта ил, тел, милләт тип янып-көйөп йәмәғәт эштәрендә лә хеҙмәт итергә өлгөрә: “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының мөхәрририәт һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы терминология хеҙмәте ағзаһы ла. Әлбиттә, был яуаплы бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға күп көс, тырышлыҡ һалынған, йоҡоһоҙ төндәр үткәрелгән.
Илмира ФӘЙЗУЛЛИНА,
Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Вернуться назад