Гүзәл ханым, полиция подполковнигы, бүлек етәксеһе Әлмира Аҡйегетова эске эштәр органдарына хеҙмәткә йәшләй генә килде. 1994 йылда баш ҡаланың Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығындағы кадрҙар бүлегенә урынлашты. Шул осорҙан алып үҙенең маҡсатына бер ваҡытта ла хыянат итмәне. Быға шәхси сифаттары ла ярҙам иткәндер, күрәһең. Ул һәр саҡ ихласлығы һәм итәғәтлелеге, ныҡышмаллығы һәм ярҙамсыллығы менән айырылып торҙо. Стенограф һәм психолог булараҡ та уңышҡа өлгәште.Эштә бай тәжрибә тупланы, хеҙмәттән айырылмайынса юридик белем алды. Был Әлмира Миңғариф ҡыҙына һөнәри үҫештә булышлыҡ итте. 2008 йылда ул Дәүләт власы объекттарын һаҡлау идаралығында кадрҙар етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Эске эштәр министрлығында өлкән инспектор булып эшләгән осорҙа ла һайлаған юлына тоғро ҡалды.
Кешенең профессиональ оҫталығы һәм тырышлығы бер ваҡытта ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 2013 йылда уны Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтындағы даими состав менән комплектлау бүлегенә етәкселек итергә саҡырҙылар. Быйылдан иһә ул – кадрҙар бүлеге етәксеһе урынбаҫары.
Әлмира Миңғариф ҡыҙы – һәләтле етәксе. Ул кешеләрҙе аңлап, улар менән эшләй белә. “Изгелек ерҙә ятып ҡалмай” тигәндәй, уны хеҙмәттәштәре лә ярата, ихтирам итә. Ике ҡыҙы Асия менән Лилиәгә күркәм тәрбиә биргән, ейәнсәре Самираны һөйөп туя алмай, кейәүҙәре менән дә аңлашып, татыу йәшәйҙәр.
Яҙ һайын Әлмираның тәҙрә төбөндә хуш еҫле гөлдәр сәскә ата. Ул үҙе лә сәскә кеүек тирә-яҡтағыларға күңел йылылығын, ихласлығын өләшә.