Баламдың балаһы балдан татлыраҡ25.03.2016
Баламдың балаһы балдан татлыраҡ Ни генә күрмәй әҙәм балаһы! Ҡыуаныс-шатлығы менән бергә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙе ҡайғыһы ла урап үтмәй. Әммә түҙә кеше. “Әгәр ҙә ҡолом тәненә, балаһына, малына килтерелгән бәләләргә түҙеп, хәлде сабырлыҡ менән кисерә белһә, Ҡиәмәт көнөндә уның ғәмәлдәре хаҡында хәтеренә төшөрөп, бизмәнгә һалып тороу Минең өсөн уңайһыҙ булыр”, – тиелгән бит “Ҡөрьән Кәрим”дә.

Тимәк, һәр осраҡта ла кеше тү­ҙем­лек менән алға атларға, өмөтһөҙлөккә би­релмәҫкә тейеш. Ә арабыҙҙа ундай­ҙар, әл-хәмдү лил-ләһ, бихисап. Мәҫә­лән, Кандаковка ауылында йәшәгән Ҡотдосовтар. Оло йөрәкле, сабыр күңелле Зөлфиә менән Ринат, ҡәҙерле ҡыҙҙарын мәңгелеккә юғалтһа ла, яҙмыш алдында башын эймәгән. Етем ҡалған ейәнсәрҙәрен үҙ ҡанаты аҫтына алып, һөйөп-наҙлап үҫтерә улар.
– Тормош юлым тәүҙә үҙ яйына тыныс ҡына бара ине, – ти Зөлфиә Әх­мәтсафа ҡыҙы. – Ауыл балаһы булараҡ бәләкәй саҡтан эшкә өйрәнеп үҫтем. Йәшем етеү менән кейәүгә сыҡтым. Ирем Ринат – шул ҡәҙәр эшһөйәр, уңған кеше. Дүрт балаға – Айтуған, Айгөл, Альберт, Тимур – ғүмер биреп, күҙ нурҙарыбыҙҙы яратып үҫтерҙек. Улдарыбыҙ, Аллаға шөкөр, ҡыуанды­рып йәшәй, тормошта үҙ урындарын таптылар. Берҙән-бер ҡыҙыбыҙ Айгөлдөң генә ғүмере сәскәнекеләй ҡыҫҡа булды... Шул ҡәҙәр һылыу, ихлас, аралашыусан ине ул. Ҡәҙерлебеҙ өсөн йән атып тора инек тә... Фажиғәгә тарып, арабыҙҙан китеп барҙы күҙ нурыбыҙ.
Ә тормош дауам итә, йәшәргә кәрәк. Тиҙ арала Айгөлдөң ике ҡыҙын үҙ янына ала олатай менән өләсәй. Ейән­сәр­ҙәре шул ҡәҙәр һөймәлекле, аҡыл­лы. Аш-һыу бүлмәһендә ҙур ярҙамсы ла улар. Тырыш ғаилә үҙ көсө менән ҙур йорт төҙөп сыҡҡан, уның эсендә бөтөн уңайлыҡтар бар. Өҫтәүенә күп итеп мал-тыуар аҫрайҙар.
– Ауылда йәшәп, ит менән һөттө магазиндан һатып алып ултырмаҫбыҙ инде, – ти йорт хужалары.





Вернуться назад