Яҙҙың беренсе көнөндә Яңауыл ҡалаһында “Урал батыр” байрамы үтте. Кисәне район хакимиәте, ошо төбәк башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо. Сараға уҡыусылар, башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Яңауылдың рухлы ул һәм ҡыҙҙары йыйылды.
Байрам башланыр алдынан ҡунаҡтар Йәштәр йорто фойеһындағы күргәҙмә менән танышты. Бында йәш техниктар станцияһында, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда шөғөлләнгән балаларҙың үҙ ҡулы менән эшләгән картиналарын, композицияларын, аш-һыу өлгөләрен, шулай уҡ район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Урал батыр” – халыҡтыңӊ бай тарихи ҡомартҡыһы” тигән экспозицияны ҡарарға мөмкин ине.
Кисәне Йәмил мәсетенеңӊ имам-хатибы Әхәтйән Үмәров Ҡөрьән сүрәһен уҡып асып ебәрҙе. Артабан һүҙҙе Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов алды.
– Халыҡҡа файҙалы кеше булып, эпоста әйтелгәнсә, мәшһүр зат булып йәшәр өсөн, Урал батыр васыятын үтәйек, яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ, – тине ул сығышында.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтыңӊ сығышы ла бик көслө булды. Уныңӊ телмәрендәге дәрт, илһам һәр кешегә күптән көткән рухи күстәнәс кеүек тәьҫир итте, уҡыусыларҙың, залда ултырғандарҙың күңеленә барып етте.
– “Урал батыр” эпосында ҡанбабабыҙ Уралдыңӊ төп маҡсаты – кешене яуызлыҡтан ҡотҡарыу. Яҡшылыҡ илгә ҡот килтерә. Тарихтан күреүебеҙсә, башҡорттар элек-электән шәжәрә төҙөп, ундағы затлы нәҫелдәрен айырып атап, балаларға өлгө итеп ҡуйған. Һәр кеше үҙенеңӊ эшен дауам итерлек вариҫ ҡалдырыу хәстәре күрергә бурыслы. Үҙ-үҙеңде аңлап, саф күңел менән йәшәүҙән дә оло бәхет юҡ. Яҡшылыҡ ҡылыу – һәр быуындың мөҡәддәс бурысы. Шул саҡта ғына кеше ерен, илен йәмләп, ҡәрҙәштәрен, үҙен бәхетле итеп йәшәй ала. Кеше тыуған ерендә, ҡәрҙәштәре араһында, йорт-ил эсендә генә кешегә әйләнә, ҡәҙер күреп көн итә, – тине Әмир Миңләхмәт улы.
Ул бер төркөм яңауылдарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашҡандары, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеүгә һәм артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Улар араһында Уран ырыуы башлығы Ф. Минәжев, Киҫәкҡайын ауылы биләмәһенән Р. Зарипов, 1-се мәктәптеңӊ башҡорт теле уҡытыусыһы А. Фаршатова, Яңауыл үҙәк китапханаһыныңӊ төп белгесе Д. Хәйҙәршина ла бар ине.
“Урал батыр” – башҡорт халҡыныңӊ иң мөһабәт әҙәби ҡомартҡыларыныңӊ береһе. Мәктәптәрҙә йыл һайын эпосты яттан һөйләүселәр бәйгеһе үтә. Был сараларҙа уҡыусылар әүҙем ҡатнаша. Улар әҫәрҙеңӊ йөкмәткеһе менән генә танышып ҡалмай, халыҡ ижадына ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләй. Байрамда йәш сәсәндәрҙең һәр береһе утыҙ юлдан торған эпостан өҙөк һөйләне. Һәр һүҙен еренә еткереп уҡыны улар.
“Урал батыр” – тере тарихыбыҙ. Унда донъяның, йәшәйештеңӊ күп серҙәре хаҡында бәйән ителә. Шуныңӊ өсөн әҫәрҙе уҡыусыларға әкиәт итеп түгел, ә башҡорт тарихыныңӊ бер бите итеп аңлатҡан башҡорт теле уҡытыусыларына рәхмәттән башҡа ни әйтәһең.
– “Урал батыр” әкиәт түгел, – тип башланы үҙенеңӊ сығышын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтыныңӊ төп ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, ”Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” йәмғиәте ойошмаһы рәйесе, танылған сәсәниә, фольклорсы Розалия Солтангәрәева. – Башҡорт халҡының меңәр йыл буйына туҡылған аҡылы, йөрәк тибеше һәм ҡан тылсымы бит ул эпос. Был әҫәр – милләт ҡотон һаҡлаусы сер. Уны аңлап бөтөү мөмкин түгел, уныңӊ ҡанундары буйынса йәшәргә генә кәрәк. Сөнки Урал – тере Еребеҙҙеңӊ тәне. Бөйөк эпосты халыҡ тыуҙырған, беҙ уны тыңлай-тыңлай яңырабыҙ, көс-ҡот ҡайтарабыҙ. Балаларға ла ошо изге хәҡиҡәтте аңлатырға кәрәк!
Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, “Ағинәйҙәр ҡоро” йолаһын күрһәтеп, Яңауылдыңӊ өс ҡатын-ҡыҙын ошо ҡорға ҡабул итте. Сәсәниәнең башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарҙы яратыуын, уларҙы оҫта итеп башҡарыуын билдәләмәй булмай. Уның халҡыбыҙ хаҡына башҡарған эштәре ижадҡа рухландыра. Янында рухи яҡтан таҙараһың. Йәмғиәтебеҙҙе һауыҡтырыу, илһөйәрлекте үҫтереү, үҙ ерең, халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү – Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы тарафынан атҡарылған эштең төп маҡсаты.
Сәсәниә “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” йәмғиәте эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны, хеҙмәте һәм йәшәү рәүеше менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы дәрәжәһен юғары күтәргәне өсөн Яңауыл башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлнара Вәлиеваны Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Йыр-моңӊ менән үрелеп барған байрам тантанаһы һәр кемдең күңелендә йылы хис-тойғо ҡалдырҙы. Тамашасылар байрамдан бик ҡәнәғәт таралышты.