“Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә яһалмалыҡты яратмайым”25.03.2016
“Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә яһалмалыҡты яратмайым” Шотланд шағиры Роберт Бёрнстың “Намыҫлы фәҡирлек” (“Честная бедность”) тигән шиғыры бар. Ул унда байлыҡты, данды күтәрә алмаған түрәләрҙән көлә, намыҫ менән аҡыл алға ҡуйылыр көн мотлаҡ килеп етер тип ышана. Ике быуат ваҡыт үтһә лә, әҙиптең һүҙҙәре һаман көнүҙәк. Ата-әсәһе алып биргән “текә” машиналарҙа донъяға һыймай йөрөгән йәштәр, юғары уҡыу йортонда уҡымайынса әҙер диплом һатып алған “белгестәр”, танышлыҡ аша һәйбәт вазифа биләгән һәм кешесә аралаша белмәгән әҙәм шәрәмәттәре арабыҙҙа аҙмы ни?! Шул уҡ ваҡытта намыҫ менән аҡыл алға сығыр көндө яҡынайтҡан тырыш, ғәҙел, үҙ көсөнә таянған замандаштарыбыҙ күберәктер тип өмөтләнге килә. Испанияла билдәлелек яулаған модель, бер нисә телде һыу кеүек эскән башҡорт ҡыҙы Светлана ДИНЕКӘЕВА тырышлыҡтың татлы емешен татып ҡараған шундайҙар рәтенән.
— Европала иң ҙур ҡала­лар­ҙан һаналған Барселонала ҡа­сандыр Пабло Пикассо, Саль­вадор Дали кеүек бил­дәле рәссамдар ижад ит­кән, әле данлыҡлы опера йыр­сы­һы Мон­серрат Кабалье шунда йә­шәй. Урал төбәгендә тыуып үҫ­кән башҡорт ҡыҙы был бай та­рихлы испан ҡалаһында нисек үҙ урынын тапты?
– Мәктәптә уҡыған сағымда әсәйем Испанияға эшкә китте, һуңынан шунда ҡалырға булып, мине эргәһенә саҡырҙы. Ул саҡта ун алты йәштә инем. Килгәс тә урта мәктәптә уҡый башланым, ә үҙем бер нәмә лә аңламайым. Яңы ергә өйрәнеүгә бер йыл китте. Ҡы­йын булды, туғандарҙы һағын­дырҙы. “Сит яҡта нимә эшләйем инде? Телһеҙ, яҡын­дарһыҙ нисек йәшәрбеҙ?” тигән һорауҙар борсоно. Киләсәгемде Испанияла күҙ алдыма килтерә алманым. Уҡырға кәрәк, әммә телде белмәйһең; уҡыуға түләр өсөн эшләргә кәрәк, тик һөйләшә алмайһың. Шундай сетерекле хәлдә тороп ҡалдым. Бер нәмәгә лә өлгәшә алмаҫмын, тип уйланым. Шулай ҙа, тырыша торғас, дүрт айҙа телде өйрәндем, тәүге уҡыу йылын уңышлы тамамланым.
“Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә яһалмалыҡты яратмайым”Испанияла юғары белем алырға теләгәндәр ике йыл бачилератoла буласаҡ һөнәренә тура килгән йүнәлеш буйынса уҡый. Мин гуманитар төркөмдө һай­ланым. Унда инглиз, француз, испан һәм катала телдәрен ныҡлап өйрәндем. Артабан илдә иң яҡшыларҙан һанал­ған Барселона университетына уҡырға индем. Ул 1450 йылда барлыҡҡа килгән. Быйыл, Алла бирһә, филология факультетын тамамлап, инглиз теле белгесе булырға йыйынам.
Бында килгәс, күп эшләнек. Иртәнге сәғәт 7-лә өйҙән сығып, кис­ке 10-да хәлдән тайып ҡайта торғайныҡ. Күп тир түгелде, күп уҡылды. Арыһаң да, сабыр бу­лырға кәрәк. Аллаға шөкөр, беҙ­ҙең тырышлыҡ, туғыҙ йыл үткәс, емештәрен бирә башланы.
– Әсәйең бик тәүәккәл, көслө рухлы ҡатын икән. Уға холҡоң менән оҡшағанһыңмы?
– Әсәйем Гөлнур Зәйнетдин ҡыҙы Заманова – ғаиләләрендә баш бала. 18 йәшенән алып 22 йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләне. 1999 йылда “Баш­ҡортос­тан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” тигән Почет билдәһе менән бүләкләнде. Уҡыусылары онотмай, әле лә Интернет аша сә­ләмдәрен еткереп тора. 2004 йылда әсәйем Испанияға китте, телде өйрәнеп, шәфҡәт туташы ярҙамсы­һына уҡып, уңышлы эшләп йөрөй.
Һөйөклө әсәйемә һоҡланам. Кире ҡайтайыҡ тип илаған саҡта­рымда уның аҡыллы һүҙҙәре көс бирҙе. “Киләсәгең өсөн көрәшергә кәрәк, ә еңел юлды һайларға түгел. Ауыр юл ғына уңышҡа алып бара” тигәне гел хәтерҙә. “Килеүен-килгәс, бында ла кеше булыуға өлгәшәйек”, — тип тә әйтә торғайны. Ул хаҡлы булған.
Мин дә үҙ көсөмә ышанам, нисек кенә ҡыйын булһа ла, эште ярты юлда ташламайым, еренә еткерәм. Тағы ла үҙемә һәм кешеләргә талапсанмын, әйткән һүҙемдә тора беләм. Әсәйем өйрәтте.
– Иҫ китмәле матур кейем­дәр­ҙә подиумдан атлау, ялты­рауыҡлы журналдарға фотоға төшөү, ҡала урамдарындағы реклама баннерҙарында көн дә тиерлек үҙеңде күреү... Һинеке кеүек тормош хаҡында ниндәй генә ҡыҙ бала хыялланмай икән! Күптән түгел бер билдәле кейем-һалым маркаһының йөҙө итеп тә һай­ландың, даның бөтә донъяға тарала башланы. Ма­уыҡтыр­ғыс мода донъяһына нисек инеп киттең?
– Беренсе тапҡыр 16 йәштә мода күрһәттем. Телде белмәгәс, тәүге кастингка әсәйем менән барҙым, ул менеджерым һымаҡ минең өсөн һөйләшеп йөрөнө. Хәтеремдә, төр­лө ҡаланан күп матур ҡыҙҙар кил­гән, ике сәғәт сиратта көттөк, шунан агенттар исемемде һораны, фотоға төшөрҙөләр, подиумда йөрөргә ҡуштылар.
– Яңыраҡ телевизорҙан бер бәләкәс кенә ҡыҙыҡай “Бер ҙә еңел эш түгел ул Гел-гелән һы­лыу булыу” тип йырлай ине. Һәр саҡ сибәр булып ҡа­лыр өсөн матурлыҡ салондарына, фитнесҡа йөрөргә, диетала ултырырға тура киләме?
– Матурлыҡ салондарына йөрө­мәйем, тәбиғи матурлыҡ яҡлымын. Яһалма тырнаҡ-кер­пектәр кеүек, яһалма мөнәсә­бәттәрҙе лә яратмайым. Мәҫәлән, элек Сибайҙа йәшәгәндә өлкән класс ҡыҙҙары: “Не родись красивой”, – тип мине үҙҙәренсә кәмһетеп маташа тор­ғайны. Хәҙер үҙҙәре үк социаль селтәрҙә хәлемде һорашып яҙа. Мине модель булғаным һәм сит илдә йәшәгәнем өсөн түгел, ә кешелек сифаттарым өсөн яҡын күр­гәндәрҙе ихлас яратам һәм хөрмәт итәм.
Спортҡа килгәндә, йәй буйы диң­геҙҙә йөҙәм. Башҡа ваҡытта иһә уҡыу, эш тип йүгерәм. Ашау яғынан үҙемде сикләмәйем. Әсәйем менән Урта диңгеҙ буйы аш-һыуҙарын бешерәбеҙ. Бында емеш-еләк, йәшелсә, балыҡтың ниндәй генәһе юҡ. Ҡайһы берҙә билмән дә яһап ҡуябыҙ. Сибайға ҡайтһаҡ, өләсәйем һалма ҡырҡып ебәрә. Тағы ла миңә һинд кух­няһы оҡшай, баҙарҙа индус­тарҙан төрлө тәмләткестәр һатып алып, өйҙә үҙем бешеренәм.
Яңыраҡ шуға иғтибар иттем: Рәсәйҙә йәшәгәндә беҙ күберәк икмәк, бәлеш, билмән кеүек ҡа­мыр аштары, май, ҡаймаҡ аша­ғанбыҙ икән. Нисек кенә сәйер тойол­ма­һын, хәҙер икмәк менән майҙы бөтөнләй ашамайбыҙ. Үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты.
Ғөмүмән, тышҡы матурлыҡ ме­нән генә алыҫ китеп булмай тип иҫәпләйем. Иң мөһиме – кеше­ләрҙе хөрмәт итергә, яғымлы һөйләшергә, үҙеңде дөрөҫ то­торға һәм яуаплы булырға кәрәк. Шул саҡта барыһы ла һиңә тартыласаҡ. Тағы ла туҡ­тауһыҙ белемеңде арттырыу, шәхес булараҡ камиллашыу һәм үҙ көсөңә ышаныу тураһында оноторға ярамай.
– Телевизор һәм журналдар аша ҡарап, халыҡ моделдәрҙе бай тип күҙ алдына килтерә. Ысынлап та һәйбәт түләй­ҙәр­ме?
– Заказ биргән фирманан тора – әллә ни билдәле булмаһа, әҙерәк түләнә. Яңыраҡ киң таралған мар­каның йөҙө итеп һайланғас, ярайһы ғына мул эш хаҡы алдым.
– Күңелеңә ятмаған кейемде кейергә ҡушһалар, нимә эшләй­һең?
– Ошондай хәл булмаһын өсөн алдан уҡ агенттарҙан: “Ниндәй каталог? Ниндәй кейем? Ниндәй маҡсаттан?” – тип ныҡлап һора­шам. Заказдарҙың һәр береһенә ризалашып бармайым, сөнки ҡәтғи талаптарым бар: кейем әҙәпһеҙ, үтә күренмәле булмаҫҡа тейеш.
Модель эше – минең хобби ғы­на, бер ҡасан да һөнәрем тип һана­маным, гел уҡырға тырыштым. Төрлө компанияларҙа бухгалтер ярҙамсыһы, промоутер, ресепшн хеҙмәткәре, тәржемәсе булып эш­ләнем... Әле Инглиз теле академия­һында уҡытам. Мода бизнесын да ташламайым, барыбер ҡыҙыҡлы, күңелле эш.
– Башҡорт ҡыҙы испан­дарға инглиз телен өйрәтә, тимәк? Ошондай үҙенсәлекле дәресте бер күрергә ине ул...
– Курсҡа 17 йәшлек үҫмерҙәрҙән алып 75 йәшлек пенсионерҙарға тиклем йөрөй. Ҡыҙҙар һәм егеттәр эшкә урынлашыр өсөн өйрәнә, урта йәштәгеләр эштә кәрәк булғанға уҡый, ә пенсиялағылар өйҙәге күңел­һеҙлектән ҡасып килә.
Ҡасандыр үҙем хыялланғанса ҡыҙыҡлы итеп үткәрәм дәрестәр­ҙе: уйындар ойошторам, йыр тыңлай­быҙ, бергәләп тәржемә итәбеҙ, сәй эсә-эсә төрлө темаға һөйләшәбеҙ. Уҡыусыларым тырыш. Улар – ми­не, мин уларҙы яратам, эшемә байрамға барған һымаҡ йөрөйөм. Уҡытыусы өсөн иң мөһим сифат – һөнәреңде яратыуҙыр, моғайын.
– Гәзит уҡыусылар араһын­да, бәлки, инглиз телен өйрә­нер­гә теләүселәр ҙә барҙыр. Уларға ниндәй кәңәш бирер­һең?
– Барыһы ла үҙегеҙҙән тора! Уҡыр­ға ла уҡырға... Мин ябай һүҙ­ҙәрҙән башланым – көн дә яңы­ларын ятланым һәм иҫтә ҡалдыра барҙым. Һуңынан грамматиканы өйрәндем, күнекмәләр эшләнем. Иң һәйбәте – аралашыу. Белһәң-белмәһәң дә, фекереңде әйтергә тырышырға кәрәк, сөнки теория үҙе генә емеш бирмәй. Сит телдә фильмдар ҡарау ҙа ныҡ ярҙам итә. Тәүҙә яратҡан киноғыҙҙы ҡарағыҙ, айырым һүҙҙәрҙе ишетергә тыры­шығыҙ. Музыка тыңлағыҙ һәм уҡығыҙ. Балалар өсөн китаптарҙан башлап, яйлап ауырырағына күсер­гә мөмкин. Хәҙер Интернетта күп материал табырға була.
Иң мөһиме – килеп сыҡмаған саҡтарҙа ла ҡыҙыҡһыныуҙы юғалт­маҫҡа. Тел тере йән һымаҡ бит ул – гел өйрәнеп, аралашып торма­һаң, онотола. Кешенең мейеһе шулай ҡоролған. Мин дә урыҫса китаптар уҡырға тырышам. Өйҙә гел туған телдә аралашабыҙ. Барселонала ике яҡташыбыҙ бар, шул апайҙар менән ҡатышып йәшәйбеҙ, тыуған көндәрҙе бергә үткәреп, башҡорт­са һөйләшеп алабыҙ.
– Һуңғы йылдарҙа баш­ҡорт теле икенсе халыҡ вә­килдәре араһында ҙур ҡы­­ҙыҡһыныу уя­та. “Баш­ҡорт­остан” гәзите улар тура­һында гел яҙып тора. Мәҫә­лән, Ырымбур ҡала­һында ты­уып үҫкән урыҫ егете Вячеслав Чернев Баш­ҡортостан юлдаш теле­видениеһында “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуын алып барҙы. АҠШ граждандары Линдси һәм Крейг Пигейҙар башҡорт теленә ғашиҡ булып, Өфөлә төпләнеп ҡалған. Туған телебеҙҙе артабан үҫтерер өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк тип уйлайһың?
– Иң тәүҙә беҙ, башҡорттар, балаларыбыҙҙы телһөйәр итеп үҫтерергә тейешбеҙ. Башы буталмаһын тип, ата-әсәләр балалары менән урыҫса һөйләшә, башҡортса өйрәтмәй. Лингвис­тар бының киреһен иҫбат иткән. Бала ни тиклем күп тел белһә, хәтере шул тиклем һәйбәт үҫешә. Башҡорт телен белгән­дәр инглизсәне, төрөксәне тиҙерәк үҙләштерә.
Тағы ла телде мәктәптә өйрә­теүгә иғтибарҙы артты­рырға кәрәк. Миҫал итеп бындағы уҡытыу системаһын килтерергә була. Беҙ йәшәгән Барселона провинцияһы Испанияның Каталония автономиялы берләшмәһенә ҡарай. Баш­ҡортостанда башҡорт һәм урыҫ телдәре дәүләт теле булған кеүек, бында ла ике дәүләт теле – испан һәм катала. Барселонала тулыһынса катала телендә уҡыталар, испан теленә бер генә предмет бүленгән. Шуға ла йәштәр каталаса һөйләшә, тел онотолмай.
Башҡортостанда йәштә­ре­беҙҙең күбеһе, киреһенсә, башҡортса аралашырға ояла, ә мин ҡайтһам, рәхәтләнеп һөйләшәм. Башҡорттар туған теле менән ғорурланырға тейеш, сөнки ул – бик боронғо тел.
– Светлана, үҙеңдәге телһөйәрлек ҡайҙан килә?
– Ғаиләмдән. Әсәйемдең әсәһе Миңнур Йосоп ҡыҙы Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында Асия менән Йосоп Исмәғилевтәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. 16 йәшендә Сибай карьерына эшкә киткән. Шунда олатайым Зәйнетдин Зама­новҡа кейәүгә сығып, өс бала үҫтергәндәр. Йәй һайын мин Таулыҡайҙағы туғандарыбыҙға бара торғайным, беҙ унда гел башҡортса һөйләштек.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, тамырҙарымды онотмайым. “Ниндәй илдән һин?” тип һораһалар, “Рәсәйҙән, Башҡорт­остандан”, — тип яуаплайым һәм милли мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ тураһында һөйләйем. Илебеҙҙең күп халыҡтарҙы берләштереүен һәм шуның менән матур булыуын барыһы ла белһен әйҙә!
– Аҡыллы, уңған йәш­тәребеҙ сит илдәрҙә уңыш яулаһа, эй ҡыуанабыҙ, “үҙе­беҙҙекеләр” тип ғорурла­нып китәбеҙ. Миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле: шул егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ йыш ҡына тыуған яҡтарына ҡайтмай, ситтә төпләнеп ҡала...
– Донъяла иң яратҡан урыным – туғандарым йәшәгән Сибай ҡалаһы, Таулыҡай ауылы һәм Барселона. Сибайыма ҡайтһам, һәр ваҡыт бөтәбеҙ күмәкләп йыйылабыҙ, миңә матур итеп хөрмәт күрһәтәләр, күңелем күтәрелә.
Барселонала асыҡ күңелле, ябай кешеләр йәшәй. Хәте­рем­дә, бергә уҡыған иптәш­тәрем миңә телде өйрәтте, ҡаланың ма­тур урындарына йөрөттө, аңламаған саҡ­тарымда ҡулда­рын болғай-болғай һөйләйҙәр ине. Хәҙер иркен аралаша алыуыма ҡыуаналар. Барселонала әсәйем, дуҫтарым йәшәй, унда минең йортом, эшем һәм уҡыуым. Шуға миңә был ҡала ла ҡәҙерле.
– Светлана, әңгәмә барышында һинең ихласлыҡҡа, эскерһеҙлеккә ҡат-ҡат һоҡ­лан­дым. Йәш булыуыңа ҡарамаҫтан, күптәр күтәрә алмаҫлыҡ билдәлелекте тыныс ҡабул иткәнһең. Ошондай асыҡ күңел менән йәшәүе ҡыйын түгелме?
– Ҡыйын түгел! Тормош күҙ асып йомғансы үҙгәреп тора. Кенәздән – батҡаҡҡа, әллә киреһенсә, тиҙәрме әле? Бер нәмәгә лә ҡарамай, нисек бар, шулай булып ҡаласаҡмын. Үҙемә шулай тип һүҙ биргәнмен.

Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад