Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегендә үткән “түңәрәк өҫтәл”дә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары иттифағын ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде. Быға тиклем милли хәрәкәттә әүҙем эшләгән гүзәл заттар яңы ойошманың йүнәлешен билдәләне, ә рәйес итеп Фатима Ҡобжасарова һайланды.Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ Силәбенең үҙәгендә, өлкә Хөкүмәте бинаһы янында, 1812 йылғы Ватан һуғышы батырҙары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыу эшендә лә әүҙем ҡатнашасағын белдерҙе. Башҡорт старшинаһы Аҫылғужа Бакировтың нәҫеле Рафаил Рәшит улы иһә:
– Көньяҡ Урал баш ҡалаһының үҙәк урамдары башҡорт атлылары рухын тоғро һаҡлай. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү беҙҙең бурысыбыҙ, – тип белдерҙе.
Киләсәктә Силәбе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы өлкә буйлап филиалдар асыуҙы, төрлө милли тематикаға оҫталыҡ дәрестәре ойоштороуҙы, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү дәрестәре кеүек сараларҙы планлаштырҙы.
Нурия ИҠСАНОВА,
“Уралым” гәзитенең баш мөхәррире.