Борондан халҡыбыҙҙың аҡыл эйәләре әйтер һүҙен йыйындарҙа ғәм алдына сығарып, йә булмаһа кәңәш-төңәш итер өсөн ҡорға тупланып фекер төйнәгән. Элек-электән ауыл, ырыу аҡһаҡалдары булған. Иң абруйлы һүҙ уларҙыҡы һаналған.Йәшерен түгел, тормошобоҙҙағы эскелек афәте күптәрҙе уйландыра. Ҡайһы бер йәштәр араһындағы тәртипһеҙлектәр ҙә йәнде әрнетә. Ғаилә ҡороу мәсьәләһе лә көнүҙәк булып тора, сөнки өйләнмәгән егеттәр, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар байтаҡ. Ғаилә ҡороу – милләт, кешелек йәшәйешенең төп бурысы.
Ауыл биләмәһе – йәмғиәттең бер өлөшө. Унда тормош ҡайнай. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләре баштан ашҡан. Һәр береһенә күңел күҙе менән баҡҡанда, йәмәғәтселек алдында ҙур маҡсаттар тыуа.
Нәҡ ошоға бәйле, Ҡырмыҫҡалы районында, арҙаҡлы мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған ауылы Ибраһимда ошо көндәрҙә ир-уҙамандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡорға йыйылды. Ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр күп, уларҙы хакимиәт һәр ваҡыт үҙе генә хәл итә алмай. Уртаға һалып, барлыҡ ғәм менән кәңәшләшеп эшләй торғандары байтаҡ. Ошоно иҫәпкә алып, Ибраһим халҡы Аҡһаҡалдар ҡорон ойошторорға булды. Ауылдың абруйлы ир-уҙамандары ағза итеп һайланды.
Был башланғысты республиканың башҡа ауылдары ла күтәреп алыр, тип ышанам.
Тәнзилә БИКБАЕВА,
“Аҡтирмә” милли-мәҙәни үҙәге
рәйесе урынбаҫары.