“Оҙаҡ йәшәнем инде, ҡыҙым, хәҙер элекке ныҡлыҡ та, һаулыҡ та юҡ”, — тип ҡаршы алһа ла, Рәғнә Ғәли ҡыҙына һис тә үҙ йәшен биреп булмай. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, халыҡ араһында күренеп өйрәнгән ҡайһы берәүҙәр, төҫ ташлағас, операция яһатып йәшәрергә тырыша йәки башҡа төрлө сара эҙләй. Ундайҙарға Рәғнә апайҙың йәшәрткес “рецебы” бик килешер ине, моғайын.
Кәңәше ҡатмарлы түгел, хатта үтә ябай. Бер генә минутыңды ла сарыф итмәй эшләргә һәм кешесә йәшәргә. Әйткәндәренә ышанмау мөмкин түгел, сөнки ошо көндәрҙә ғүмеренең туғыҙынсы тиҫтәһен тултырған Рәғнә Енгалычева күркәмлеге, әүҙемлеге менән күптәрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Хатта ҡасандыр уның һуғышта ҡатнашып, ут-һыу кисеүен күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
...Кушнаренко районының Баҡай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙы Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтының физика-математика факультетының II курсынан уҡ Әбйәлил районының Билал ауылына уҡытырға ебәрәләр. Унда бер йыл эшләгәс, район мәктәбенә күсерәләр. Шулай итеп, фронтҡа 20 йәшендә генә ошо төбәктән китә.
1942 йылдың май айында Башҡортостандан бер эшелон ҡатын-ҡыҙ һуғышҡа юллана. Был көн хәтеренә мәңгелеккә уйылып ҡалғандыр, күрәһең. Рәғнә апай ул саҡтарҙы кисә генә булған хәл һымаҡ һөйләй, һәр ваҡиға иҫендә, күҙ алдында торғандай.
Туп-тура Сталинградҡа йүнәләләр. Юлда уҡ бомбаға тотоуҙан аҫты-өҫкә килгән емереклектәрҙе, һәләк булған һалдаттарҙы күреп, йөрәктәре өшөй. Һуғыштың ҡот осмалылығын, мәхшәр эсенә йүнәлеүҙәрен тейешле урынға барып етмәҫ элек үк яҡшы төшөнәләр. Окопта йәшәү, ҡорал тотҡан килеш серем итеү кеүек уңайһыҙлыҡтарға түҙергә лә булыр ине әле. Дошман самолеттары ҡара яуҙай оса башлаһа, бар донъяңды онотаһың һәм тәғәйен бурысыңды атҡарырға тотонаһың. Ҡыҙҙар зенитсы була, тәүлек әйләнәһенә күккә текләп, немец самолеттарын күҙәтә. Күренеү менән тоҫҡап ата башлайҙар.
— Сталинградта һуғыш шул тиклем ҡаты барҙы. Өҫтәмә көс килә башлағас ҡына өмөт сатҡылары уянды. Отделение командиры булдым. Ғәҙәттә ир-атҡа йөкмәтелә ине был бурыс, — тип хәтерләй ул алыҫта ҡалған утлы көндәрҙе. Күкрәген әллә күпме наградалар биҙәһә лә, уға береһе айырыуса ҡәҙерле.
Сталинград эргәһендәге алыштағы ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн 1944 йылда бирелгән “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы ул.
Һуғыштан 1945 йылдың 9 авгусында ҡайта. Еңеү яулағандан һуң, заводта эшләй. Унда ла йонсоған ҡатын-ҡыҙ өсөн еңел булмай. “Ул яҡтарҙа ҡалырға өгөтләп ҡаранылар, әммә ризалашманым. Шул тиклем тыуған яҡ тартты, һағындырҙы. Атай-әсәйем дә көтөп арығайны. Һап-һары йөҙлө, ябыҡҡан ҡыҙын әсәйем йәлләп бер булды. Иркенләп ял итеү тураһында уйлау ҙа юҡ, ике айҙан ашыу өйҙә тороп, бер аҙ нығынғас, эшкә урынлаштым”, — тип хәтер йомғағын тағатты ветеран.
Һуғыштан һуңғы хеҙмәт юлын “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә тәржемәсе булып башлай.
— Ауыл хужалығы, пропаганда бүлектәрендә, секретариатта эшләнем. Гәзит сығарыу мауыҡтырғыс та, шул уҡ ваҡытта үтә мәшәҡәтле лә бит. Баҫманы һуң ғына әҙерләп бөтөрәбеҙ, шуға төндә генә ҡайта инек. Артабан “Китап һөйөүселәр” йәмғиәтенә күстем һәм унда ла баштан-аяҡ эшкә сумдым. Әле нисек өлгөрөлгән икән тип үҙемә хайран ҡалам. Төн йоҡоларымды ҡалдырып, классиктар әҫәрҙәрен дә тәржемә иттем, сөнки тормош еңел түгел ине. Ҡулымда балам бар, кешелә йәшәйбеҙ. Ҡырҡ йәшемдә генә үҙ мөйөшөм булды, һуғышта ҡатнашҡан тип иҫәпләүсе лә булманы. Хәйер, заманаһы шулай ине. Үкенмәйем, кеше күргәнде күрҙем. “Китап һөйөүселәр” йәмғиәтендә осо-ҡырыйы күренмәгән мәшәҡәттәрҙе лә ауырһынмай атҡарҙым. Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Хеҙмәт стажым — 45 йыл. Шөкөр, лайыҡлы баһаланылар ҙа. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Фронтташ әхирәттәрем менән дуҫлыҡты өҙмәй, хәл-әхүәлде белешеп һәм осрашып йәшәнек. Шуныһы үкенесле: баҡыйлыҡҡа күсеп бөттөләр тиерлек. Ярай әле, заманында яуҙаштарыма, яҙыу-һыҙыуға оҫталығым арҡаһында, тейешле урындарға мөрәжәғәт итеп, ярҙам итә алдым, — тип һөйөнә ул бөгөн.
“Барыһына ла шөкөр итеп йәшәйем”, тиһә лә, һуғыш ветеранын көйөндөргән мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Илдәге хәл-ваҡиғаларға һис кенә лә битараф ҡала алмай. Тыныс тормошто баһалай белмәйҙәр, кеше ҡәҙере бөтөп бара, тип көйөнә Рәғнә апай. Халыҡта рухтың һүнә барыуы, илһөйәрлектең юғалыуы, яуаплылыҡ һәм кешелеклелек кеүек сифаттарҙың артҡараҡ күсеүе аптырата. Әсә булараҡ, етемдәрҙең, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүселәрҙең артыуы, үҫмерҙәрҙең балалар йорттарында йә иһә приюттарҙа тәрбиәләнергә мәжбүр булыуы йөрәген әрнетә. “Сабыйҙарҙы ҡайҙа етте, шунда ташлап китәләр. Улар менән ниҙәр генә ҡылмайҙар! Хайуандар ҙа балаһы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ҙә баһа! Тыныс тормошта ла Хөкүмәт ҡарамағында йәки сит ғаиләләрҙә үҫһендәр инде?! Башҡа һыймаҫлыҡ хәл”, — тип әсенә донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ.
Ә үҙе ҡыҙы Диананы бәләкәйҙән китап-гәзит “ене” ҡағылдыртып, матур тәрбиәләгән. Шуға ла ҡартлығы тыныс һәм имен үтә. Ейәнсәре Лиана һәм бүләһе Дима, бүләсәре Карина — көндәрен йәмләгән, йәшәүен мәғәнәле, шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк иткән ғәзиздәре. Олоғайҙым инде тиһә лә, хәрәкәттә бәрәкәт булыуын онотмай, йәй баҡсаһында ең һыҙғанып еләк-емеш, йәшелсә үҫтерә. Ул осорҙо көтөп ала алмай. Әле үҫентеләр ултыртыу менән мәшғүл. “Ике-өс йыл элек, күршеләрҙе аптыратып, ер ҡаҙый инем әле. Хәҙер күҙҙәрем насар күрә, элеккесә эшләп булмай”, — тиһә лә, күңеленә һиллек, беләгенә көс биргән хеҙмәттән айырылырға иҫәбе юҡ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА.
Рәғнә Енгалычева — “Башҡортостан” гәзитенең иң өлкән ветерандарының береһе. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, утты-һыуҙы кискән, республика кимәлендә билдәле һәм арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙың арабыҙҙа булыуы менән ғорурланабыҙ. Уның тормош юлы һәр ҡайһыбыҙға фәһемле. Рәғнә Ғәли ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм ҙур ихласлыҡ менән барса теләктәренең тормошҡа ашыуын, артабан да йән тыныслығы, күңел бөтөнлөгө һәм бәхеткә төрөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүен теләйбеҙ.