Кеше хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһе йәмғиәтебеҙ өсөн көндән-көн мөһимерәк була бара. Был йүнәлештә хеҙмәтләндереү менән хәҙер күптәр мәшғүл, сөнки эш етерлек, халыҡ та закон көсөнә, ғәҙеллек тантанаһына нығыраҡ ышана башланы. Мәнфәғәттәребеҙ саҡ ҡына һанға һуғылманымы, төрлө өлкә буйынса айырым вәкил аппараттарына, депутаттарға, юристарға мөрәжәғәт итә һалабыҙ. Төбәк парламенты депутаты һәм юрист булараҡ Булат Ғүмәр улы Йомаҙиловҡа граждандарҙың хоҡуҡи юҫыҡтағы бик күп һорауҙарына яуап эҙләргә, проблемаларын хәл итеүҙә шәхсән ҡатнашырға тура килә. Уның менән әңгәмәлә бөгөнгө йәмғиәтебеҙгә хас юридик ихтыяждар һәм уларҙы ҡәнәғәтләндереү юлдары хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.– Булат Ғүмәр улы, һеҙгә йышыраҡ ниндәй мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр?
– Депутат булараҡ ҡабул иткәндә күптәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, социаль хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы үтенестәр менән килә. Быйыл Ҡалтасы һәм Краснокама райондарындағы һайлаусыларым менән осрашҡайным. Юлдарҙы, күперҙәрҙе йүнәтеүҙә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа, урамдарҙы яҡтыртыуҙа, балалар баҡсалары төҙөүҙә ярҙамға өмөт итеүселәр булды. Иҡтисади йәһәттән тотороҡһоҙ заманда, ҡағиҙә булараҡ, эшкә урынлаштырыуҙы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә фатир йә йорт юллауҙы һораусылар ҙа арта.
Мөрәжәғәт иткән һәр кемгә тейешле консультация бирелә, барыһы ла ентекле аңлатыла, әлбиттә. Ҡайһы бер проблемаларҙы урында уҡ хәл итәбеҙ, ҡалғандарын йә үҙем, йә ярҙамсыларым шәхси контролгә ала. Минеңсә, кешеләр киләһе көндәренә өмөт менән ҡараһын, үтенестәренең яуапһыҙ ҡалмаҫына ышанһын өсөн властың барлыҡ кимәлдәре лә эшен сифатлы башҡарырға, әүҙем, һиҙгер булырға тейеш. Ауыр хәлдә ҡалғандар үҙен яңғыҙ тоймаһын, бер ниндәй кәртәләрҙән дә ҡурҡып тормаһын ине. Беҙ, депутаттар, йәмғиәттәге проблемаларға ҡаршы көрәшер өсөн һайланғанбыҙ. Хоҡуҡ яҡлаусы булараҡ та “Беҙҙең эш – кешеләргә ярҙам итеү” тигәнде иҫтән сығармайым.
– Әлеге осрашыуҙарҙа әйтелгән мәсьәләләр буйынса сара күрә башланығыҙмы?
– Эйе, сөнки уларҙың күбеһен оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Иң киҫкен мәсьәләләр буйынса депутат мөрәжәғәттәре әҙерләнде. Мәҫәлән, республиканың Юл хужалығы идаралығына – күперҙәрҙе төҙөкләндереү, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына – фельдшер-акушерлыҡ пунктын япмау, Мәғариф министрлығына ауыл мәктәбен Интернетҡа тоташтырыу үтенесе еткерелде.
Ер участкалары алып, шәхси йорт һалыусылар күп хәҙер. Уларға өй туйлағансы бихисап тупһаны тапарға, тауҙай ҡағыҙ мәшәҡәттәрен атҡарырға тура килә. Ярҙам һорап беҙгә мөрәжәғәт иткән ғаиләләр байтаҡ ҡына. Төп проблемаларҙың береһе электр тәьминәте булыуын иҫәпкә алып, төрлө ойошмаларға, дәүләт органдарына яңы участкаларға сым һуҙыу буйынса хат яҙҙыҡ. Сит ауылға йөрөп уҡырға мәжбүр балаларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртып, ҡайһы бер мәктәптәргә яңы автобус бүлеү мәсьәләһен дә күтәрҙек. Социаль йәһәттән яҡланмағандарҙы муниципаль торлаҡҡа урынлаштырыу мөмкинлеген хәл итеү тураһында мөрәжәғәтебеҙгә лә яуап көтәбеҙ.
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа ҙур айырма менән еңеп, депутат мандаты алғайнығыҙ. Эшегеҙ ҡәнәғәтләндерәме? Ғөмүмән, депутат ниндәй булырға тейеш?
– Халыҡ вәкиленең эшмәкәрлеге төрлө мәсьәләләрҙе, халыҡтың тын алышын яҡшы белеүҙе талап итә. Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, мәҙәниәт – бер өлкә лә ят була алмай беҙгә. Ҡануниәт, әлбиттә, мәктәптән һуң бер ниндәй уҡыу йорто бөтөрмәгән кешегә лә депутатлыҡҡа һайланыу хоҡуғы бирә, әммә, минеңсә, халыҡ вәкиленә юғары йәки урта махсус белем мотлаҡ. Юридик әҙерлеге бар икән, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки был вазифалағы эш закондар сығарыу менән бәйле.
Һөнәри белемдән тыш, депутатҡа тормош тәжрибәһе лә кәрәк. Һайлаусылары менән осрашырға, мөнәсәбәттәр ҡорорға, ярҙамға өмөт иткәндәрҙе ыңғай һөҙөмтәгә ышандырырға тейеш бит ул. Урынһыҙ үтенестәрҙе ипләп кенә кире ҡағырға өйрәнеү ҙә еңел бирелмәй.
“Ҡәнәғәтһегеҙме?” – тинегеҙ. Эйе, ҡайһы бер һөҙөмтәләрҙән, ә дәрәжәмдән түгел. Депутатлыҡҡа эшләргә тип килдем. Халыҡҡа хеҙмәт итергә. Минең белемем дә, тәжрибәм дә закон сығарыуҙа ҡатнашыу өсөн бик ҡулай. Мөмкинлектәремде республикам, ватандаштарым мәнфәғәтендә файҙаланыу маҡсатында һайландым Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға. Бер вазифаға ла үҙемә еңеллек эҙләп барманым.
– Һеҙҙең адвокаттар берләшмәһе халыҡҡа бушлай юридик хеҙмәт тә күрһәтә...
– Был йәһәттән тәжрибәбеҙ ҙур ғына. 2007 йылдан бирле беҙҙең коллегалар аҙнаһына ике тапҡыр Рәсәй Президентының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты түләүһеҙ хеҙмәтләндерә. Бына бөгөн бөтә Рәсәй буйынса Бушлай юридик консультация көнө ойошторола, адвокаттар коллегияһының Башҡортостандағы барлыҡ филиалдары ҡатнаша ул эштә. Башҡа көндәрҙә ҡабул итеү графигы менән Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы сайтында (www.ap-rb.ru) танышырға мөмкин.
Йәмғиәттәге именлеккә хеҙмәтебеҙ һиҙелерлек өлөш индерә, тип иҫәпләйем. Хәстәрлегебеҙ, әлбиттә, адвокатура тураһындағы федераль ҡануниәткә нигеҙләнгән, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, республикалағы ветеран ойошмалары берлегенең эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйле. Власть органдары менән бергә дөйөм изге эште атҡарабыҙ.
– Яугирҙәргә, өлкән быуынға айырыуса хөрмәт менән ҡарағанығыҙ һиҙелә...
– Эйе. Был, беренсенән, моғайын, һуғыш ветеранының улы булыуымдан киләлер. Атайым шанлы һәм данлы осорҙоң утлы өйөрмәһен үтеп сыҡҡан бит: Сталинград, Воронеж яҡтарындағы алыштарҙа, Калинин өлкәһендәге яуҙарҙа, Украинаның Киев, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1943 йыл аҙағында бик ҡаты контузия алғас, оҙаҡ дауаланғандан һуң тыуған яғына ҡайтарылған ул. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдары, бүтән наградалары хәҙер ҡәҙерле аманат булып һаҡлана.
Икенсенән, беҙҙең хеҙмәттең тарихы легендар шәхес, “Ҡара генерал” ҡушаматы менән сит илдәрҙә лә билдәлелек алған ҡыйыу партизан Даян Баян улы Мурзиндың биографияһына тығыҙ бәйле: ул 1969 – 1986 йылдарҙа, йәғни 17 йыл, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы рәйесе вазифаһын башҡарған.
Өсөнсөнән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға бурыслымын. Әйткәндәй, беҙҙең Башҡортостанда кешеләр, бигерәк тә ветерандар дәүләт тарафынан башҡа төбәктәрҙәгегә ҡарағанда күберәк хәстәрлек күрә һымаҡ. Эш буйынса сит өлкә һәм республикаларҙа йөрөгән саҡта был фекерем нығына ғына.
– Ҡырым Республикаһында ла эшмәкәрлек алып бараһығыҙ бит әле. Унда кеше хоҡуҡтарын яҡлау кимәле нисегерәк?
– Башҡортостандың ҡурсауына алынған Белогорск районында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты сифатында халыҡты ҡабул итеү ойошторғайным. Хоҡуҡи юҫыҡта ҡатмарлы мәсьәләләр бик күп унда, сөнки, Украинанан айырылып, беҙҙең илгә ҡушылғас, Ҡырым һәм Севастополь Рәсәй ҡануниәте буйынса йәшәй башланы. Беҙ, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы ағзалары, үҙебеҙҙең уставҡа үҙгәрештәр индереп, Ҡырым халҡын закон нигеҙендә хеҙмәтләндерергә керештек. Белогорск районында, Севастополь, Симферополь, Керчь ҡалаларында филиалдарыбыҙ бар хәҙер. Ҡайһы бер адвокаттарыбыҙ Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ғаиләһе менән күсеп барҙы, тотороҡло эшләп йөрөйҙәр, сөнки белемен, һәләтен күрһәтеп өлгөрҙөләр. Урындағы халыҡтан рәхмәт кенә ишетәбеҙ.
Әйткәндәй, күрше төбәктәрҙә лә филиалдарыбыҙ асылған. Мәҫәлән, Силәбе һәм Свердловск ҡалаларында.
– Шикле ойошмаларҙан кредит алып, бурысҡа батыусылар, коллекторҙарҙың ҡорбанына әйләнеүселәр тураһында һуңғы осорҙа йыш ишетелә. Һеҙҙең ундай күренештәрҙе бөтөрөү йәһәтенән аныҡ тәҡдимдәрегеҙ бар шикелле...
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары микрофинанс ойошмаларының эшмәкәрлеген етди контролгә алды, етешһеҙлектәр буйынса сара күрелә. Юғары процент ставкалары менән бурысҡа аҡса биреп, халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламын бөлгөнлөккә төшөргән нымыҫһыҙ эшҡыуарҙарҙан һаҡланыу маҡсатында өс федераль законға үҙгәреш индереү хаҡында тәҡдимдәр әҙерләнде. Атап әйткәндә, микрофинанс ойошмаларын мотлаҡ лицензиялау. Был Рәсәй Банкына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына уларҙы контролдә тотоу мөмкинлеген бирәсәк. Әле бит заемдар таратыу менән шөғөлләнгән ҡайһы берәүҙәрҙе финанс ойошмаларының дәүләт реестрында теркәлмәүе арҡаһында енәйәт яуаплылығына тарттырып та булмай.
Коллекторҙарҙың эшмәкәрлеген көйләүгә килгәндә, был йәһәттән республикала ла, федераль кимәлдә лә ҡануниәт камиллаштырыуға мохтаж. Донъя практикаһын ҡараһаҡ, бурыстарҙы ҡайтартыу хеҙмәттәре күп илдәрҙә бар. Мәҫәлән, Бөйөк Британияла коллекторҙар ҡәтғи талаптарға ярашлы эш итә, закон алдында яуаплылыҡ тоя. Беҙҙәгеләр иһә маҡсатына өлгәшеү өсөн төрлө аҙымға бара, ояттың да, ҡурҡыуҙың да, йәлләүҙең дә ни икәнен белмәй. Шунлыҡтан һуңғы осорҙа коллектор агентлыҡтары тарафынан ҡылынған мутлыҡтар, янауҙар, шантаж, туған-тыумасаны ҡуҙғытыу, төндә өйгә баҫып инеү, милекте тартып алыу хаҡында йыш ишетәбеҙ. Халыҡ күп осраҡта өндәшмәй ҡала, урындағы власҡа һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәй. Был иһә намыҫһыҙ коллекторҙарҙы шашындыра ғына.
2011 йылда уҡ Дәүләт Думаһында коллектор хеҙмәттәренең эшмәкәрлеген көйләүсе закон проекты тикшерелгәйне. Бурыслылар менән түләттереүселәрҙең үҙ-ара бәйләнеше, коллектор агентлыҡтарының эш шарттары һәм яуаплылығы тураһында һүҙ барһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабул ителмәне ул. Минеңсә, бөгөн тап шундай закон проектын көн тәртибенә сығарырға кәрәк.
Коллектор ойошмаларының эшмәкәрлеген күҙәтеүҙе һәм контролдә тотоуҙы Рәсәйҙең Юстиция министрлығы үҙ иңенә алһа, бик яҡшы булыр ине. Был йәһәттән ҡайһы бер бурыстарҙы урындағы үҙидара органдарына һәм граждандар менән банктар араһындағы бәхәстәрҙе яйға һалыу өсөн илебеҙҙә 2010 йылда булдырылған финанс омбудсмендары институтына йөкмәтергә мөмкин. Тик һуңғыларының вәкәләттәрен арттырыу, улар өсөн билдәләнгән 300 мең һумлыҡ сикте киңәйтеү талап ителә.
– Адвокат ярҙамына өмөт иткәндәр ҙә ҡайһы саҡта алданып ҡуя. Был турала ни әйтерһегеҙ?
– Юридик хеҙмәттәр баҙарының бөгөнгө торошо менән танышбыҙ. Эйе, осраҡлы кешеләр бар, хатта махсус белеме булмағандар ҙа үҙен хоҡуҡ яҡлаусы итеп күрһәтә. Был өлкәлә рөхсәтһеҙ шөғөлләнгәндәрҙең күбәйеүе, араларында элек енәйәт яуаплылығына тарттырылған, хатта йән ҡыйған кешеләрҙең дә килеп сығыуы хафаландыра. Юл-транспорт ваҡиғаһына эләккәндәргә, хәрби хеҙмәткә барғыһы килмәгәндәргә, кредитын түләй алмағандарға ярҙам вәғәҙә итеп, аҡса һуғыусылар ишәйҙе. Хәл ҡатмарлы, сөнки илебеҙҙә әлегә юридик хеҙмәттәрҙең сифатын контролдә тотҡан һөҙөмтәле механизм юҡ.
“Юристар күп, әммә уларҙың һәр ҡайһыһы адвокат була алмай”, – тип әйтәм йыш ҡына. Профессиональ адвокат бурыстарын һәм хоҡуҡтарын яҡшы белергә, үҙенең ярҙамына ышанған кешене яҡлауҙы аныҡ, оҫта итеп ойошторорға, азат булырға, фәҡәт законға буйһонорға тейеш. Был эшмәкәрлек күп яҡлы, ифрат ҡатмарлы. Оҙаҡ йылдар адвокатурала хеҙмәт иткәс, төрлө кимәлдәге суд процестарында ҡатнашырға тура килде. Ябайҙары ла, ауырҙары ла осраны. Тап ғәҙәти булмаған эштәр профессионалды һынай, камиллашыуға этәрә. Том-том китап аҡтарып, юридик мәсьәләләрҙе, суд практикаларын өйрәнеп, адвокат үҙенең белемен, тәжрибәһен һәм абруйын арттыра ла инде.
– Ялға, яратҡан шөғөлдәрегеҙгә ваҡытығыҙ ҡаламы былай?
– Эшебеҙ тәрән кисерештәр, көсөргәнешле эш менән бәйле, шуға ла Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы һәм Республика адвокаттар коллегияһы ағзалары ҡатнашлығында спорт-һауыҡтырыу саралары үткәреүҙе йолаға әүерелдерҙек. Был коллективты бер маҡсатҡа туплау йәһәтенән дә әһәмиәтле.
Мәҫәлән, ошо ай башында ғына Архангел районының Абҙан ауылында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гвардия полкы командиры полковник Сәйфулла Хәбиров иҫтәлегенә ойошторолған район-ара волейбол турнирында ҡатнаштыҡ. Артабан 200-ләп адвокатыбыҙ Өфөнөң Киров районындағы спорт-һауыҡтырыу сараһында көс һынашты. 17 апрелдә йәнә беҙҙең Адвокаттар палатаһы башланғысы менән Туймазы ҡалаһында йәштәр араһында төбәк-ара кикбоксинг турниры уҙғарыласаҡ. 2-3 июндә иһә хеҙмәттәштәребеҙ Һамар өлкәһенә бильярд ярышына юлланырға тейеш.
Үҙемә килгәндә, йәш саҡтан бокс, ауыр атлетика менән мауыҡтым, парашют менән һикерергә яраттым. Улдарым да боксты, кикбоксингты, парашют спортын үҙ итте. Ҡыҙым иһә гимнастикаға, бейеүгә ылыҡты. Ғөмүмән, ғаиләбеҙ менән ялды файҙалы үткәрергә, спорттан ҡәнәғәтлек алырға күнеккәнбеҙ.
Йәш быуынға сәләмәт йәшәү рәүеше, физик әҙерлек, әүҙемлек өлгөһө күрһәтергә, уларҙың күңелендә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләргә тырышам. Халҡыбыҙ эскелек, тәмәке тартыу кеүек яман ғәҙәттәрҙән, битарафлыҡтан арынһын, үҙен көс менән дә, хоҡуҡи йәһәттән дә яҡларға өйрәнһен тип теләйем.
– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар юлдаш булһын!
Даян МӘЖИТОВ әңгәмәләште.