Киләсәк мәғарифы ниндәй булыр?25.03.2016
Төбәктең үҫешен тәьмин итеү маҡсатында белем биреү тармағын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре, заманса уҡытыу, тәрбиә, йәштәр сәйәсәте, дипломлы белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү ниәтендә ойошторолған “Киләсәк мәғарифы” форумы ғилем туплауҙың яңы алымдары менән яҡындан танышыу мөмкинлеген бирҙе.

Сара барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Асыҡ мәктәп” проектын ҡараны. Был электрон ресурс төбәк мәк­тәптәрен барлыҡ предметтар буйынса өҙлөкһөҙ белем биреү һәм өҫтәмә онлайн-контент менән тәьмин итә ала. Рөстәм Зәки улының фекеренсә, башланғыс һәйбәт, әммә йөкмәткеһе әлегә тулы түгел.
Артабан Башҡортостан Башлығы республика­лағы белем биреү ойошмаларының сара темаһына ярашлы күргәҙмәһе менән танышты, “Йәш профес­сионалдар” чемпионатының төбәк этабы еңеү­се­лә­ренә диплом тапшырҙы. Мәғариф министры Гөлназ Ша­фиҡова тәҡдим иткән яңы проектҡа – тиҙҙән булдырыласаҡ Республика инженер лицей-интернатына – ҡарата фекерен дә бел­дерҙе Рөстәм Хәмитов.
– Был – бик мөһим йүнәлеш, – тине ул. – Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн талап ителгән ярҙам алымдары хаҡында һөйләшергә әҙербеҙ.
Республика Башлығы йыйында йәш быуын вәкилдәрен эшсе һөнәрҙәренә өйрәтеү мөһимлеген дә билдәләне.




Вернуться назад