Намыҫ һәм бурыс билдәһе25.03.2016
Намыҫ һәм бурыс билдәһе Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы тулы составта байраҡ тапшырыу тантанаһына йыйылды. Сарала министрлыҡтың Волга буйы төбәге үҙәге етәксеһе Игорь Паньшин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

2009 йылда Рәсәй Президенты указы менән Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм бәлә-ҡаза эҙем­тәләрен бөтөрөү буйынса ми­нистр­лығының һәм территориаль ор­гандарҙың, һөнәри белем биреү учреждениеларының, министр­лыҡ ҡарамағындағы ойош­ма­лар­ҙың байраҡтары булдырылды. 2012 йылдан, янғын һүнде­реү­селәрҙең һәм ҡотҡа­рыу­сыларҙың намыҫ, бурыс сим­волы булараҡ, Рәсәй Ғәҙәт­тән тыш хәлдәр министрлы­ғы­ның бөтә территориаль органдарына байраҡтар тапшырыла.
Генерал-полковник Игорь Паньшин тантаналы шарттарҙа министрлыҡтың Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы полковник Марат Латиповҡа байраҡ тапшырҙы.
– Байраҡтар һәр саҡ Рәсәй ҡоралының даны, еңеүҙәр ме­нән бәйле булды. Бөгөнгө сара хеҙмәткәрҙәрҙең илебеҙ именлеге өсөн уңышлы һәм фиҙакәр хеҙмәтенә булышлыҡ итер, тип ышанам, – тип билдәләне Игорь Паньшин.
Марат Латипов үҙ сиратында:
– Бәләгә тарыусыларға тәүге­ләрҙән булып янғын һүндереү­се­ләр һәм ҡотҡарыусылар яр­ҙамға килә, ғәҙәттән тыш хәлдәр­ҙең эҙемтәләрен бөтөрә, матди һәм тәбиғи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡала. Граждандар оборонаһы хеҙмәткәрҙәре дәүләттең именлеген һәм оборонаға һәләтле­леген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Беҙ алдыбыҙға ҡуйыл­ған бурысты намыҫ менән үтә­йәсәкбеҙ. Бөтә личный составты ҡотла­йым һәм хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, — тип сығыш яһаны.
Республика ҡотҡарыусы­ла­рын һәм янғын һүндереүселәрен мөһим ваҡиға менән шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм митрополит Никон ҡотланы.



Вернуться назад